

28 – 30 майҙа Өфөләге Совет майҙанында IV Халыҡ-ара “Китап байрамы” үтә. Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ҙур сараға киләсәк ҡунаҡтар тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Быйыл баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы, Рәсәй Яҙыусылар союзы рәйесе, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте рәйесе Владимир Мединский, Рәсәй Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһы президенты һәм Рәсәй китап союзы вице-президенты Константин Чеченев, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, адвокат, Рәсәйҙең атҡаҙанған юрисы Павел Астахов, театр һәм кино актеры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Сергей Безруков, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары Николай Иванов, йырсы, Рәсәйҙең халыҡ артисы Анита Цой менән осрашыу мөмкинлегенә эйә.
– Был – дүртенсе китап йәрминкәһе. Ул ғәйәт ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә: беҙ балаларҙы китапҡа өйрәтәбеҙ, уның ҡиммәттәре тураһында һөйләйбеҙ, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Йылдағыса майҙанда урын аласаҡ сатырҙарҙа ла ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, уйындар, йырлы-моңло саралар көтөлә. Мәҫәлән, 29 майҙа йәрминкә барышында “Студент яҙы”ның гала-концерты, “Тыуған ер тауышы” музыкаль-әҙәби лекторийы, уҡыусылар өсөн “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” уйыны үтәсәк.
Фото: Олеся Вильданова (UfaTime.ru)
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!