МӘҘӘНИӘТ
21 Мая , 11:50

III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһына тиклем – 35 көн

Фестивалгә тиклем ҡалған көндәр артҡа һанала башланы.

III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһына тиклем – 35 көнIII Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһына тиклем – 35 көн
III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһына тиклем – 35 көн

20 майҙа "Башҡортостан" дәүләт концерт залы халыҡ ижады оҫталарын һәм йәш башҡарыусыларҙы берләштерҙе. 44-се ижад миҙгелен ябыу кисәһендә күләмле мәҙәни ваҡиға – Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына тиклем ҡалған 35 көндө артҡа һанай башлау йолаһы атҡарылды. Унда В. Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто, 2024 йылда II фольклориаданы үткәргән Татарстан вәкилдәре ҡатнашты.

– Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы үткәреү идеяһы бында, Башҡортостан Республикаһында, Бөтә донъя фольклориадаһын үткәргәндә тыуҙы. Ул саҡта, фестивалдең шарттарына ярашлы, илебеҙ исеменән тик бер генә коллектив сығыш яһай ала ине. Һәм беҙ уйлана төштөк: илебеҙ үҙенсәлекле мәҙәниәттәргә шундай бай. Ниңә Рәсәй халыҡтарының төрлөлөгөн күрһәтерлек үҙ Фольклориадабыҙҙы булдырмаҫҡа? Уның балаларҙыҡы булыуы шәп, сөнки улар – беҙҙең киләсәк. Һәм бына өсөнсө Балалар фольклориадаһы – тағы ла Өфөлә”, – тине сәләмләү һүҙендә В. Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йортодиректоры урынбаҫары Андрей Беляев.

– Бындай мөһим сараны ҡабул итеү – ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ. Беҙгә Рәсәйҙең 80 төбәгенән меңдән ашыу бала килә, – тип билдәләне БР мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов. – Был уларға ҙур илебеҙ халыҡтарының бай һәм төрлө йолалары менән танышырға, тәжрибә уртаҡлашырға, оҫталыҡтарын арттырырға һәм артабанғы үҫеш өсөн илһам алырға мөмкинлек бирә.

Артҡа һанай башлау йолаһын атҡарыу кисендә сәхнәне береһенән-береһе сағыу балалар һәм өлкәндәр коллективтарының сығыштары биҙәне. Концерт залының урамдағы майҙанында төрлө милләттәрҙең үҙенсәлекле мәҙәниәтен күрһәткән сағыу фольклор программаһы ҡуйылды.

Белешмә

Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы ике йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Ул Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау, йәш быуынға әхлаҡи-эстетик тәрбиә биреү, илебеҙҙә балалар һәм үҫмерҙәр фольклор хәрәкәтен үҫтереү йәһәтенән булдырылды. Беренсе фоьклориада 2022 йылда, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылында, ойошторолдо. Сыуашстанда үткәрелгән фестиваль 76 субъекттан килгән балалар коллективтарын тупланы.

Икенсе Фольклориада 2024-селә – Ғаилә йылында – Татарстанда булды һәм Рәсәйҙең  80 төбәге вәкилдәрен йыйҙы.

Ике йыл уҙғас, мөһим мәҙәни форумды Башҡортостан Республикаһы ҡабул итә.

 

Мәғлүмәт, фото: Республика халыҡ ижады үҙәге һәм “Башҡортостан” дәүләт концерт залының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Равиля Гатауллина

Автор:
Читайте нас