МӘҘӘНИӘТ
20 Мая , 04:31

Республика Китап байрамына әҙерләнә

Өфө IV Китап байрамын ҡаршылай. Фестивалдең быйылғы үҙенсәлеге – уның сараларына республикабыҙҙың барлыҡ ҡала, райондары йәлеп ителә.  

Республика Китап байрамына әҙерләнәРеспублика Китап байрамына әҙерләнә
Республика Китап байрамына әҙерләнә

Өфө IV Китап байрамына әҙерләнә. Фестивалдең быйылғы үҙенсәлеге – уның сараларына республикабыҙҙың ҡала, райондары ла йәлеп ителә.  

Бөгөн “Китап” нәшриәте кибетенең саралар майҙансығында БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина, Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, "Китап" нәшриәте директоры Эльмира Хәйретдинова һәм баш ҡаланың ҡайһы бер алдынғы мәҙәниәт учреждениелары вәкилдәре ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияһында IV Китап байрамына әҙерлек, уның барышында була торған саралар тураһында һүҙ барҙы. 

Халыҡ-ара китап йәрминкәһен Башҡортостан быйыл инде дүртенсе тапҡыр үткәрә. Китап байрамының ойоштороу кимәле, ваҡиғалары федераль кимәлдә лә бик юғары баһаланып, ул илебеҙ төбәктәре араһында үткәрелгән ошондай саралар буйынса иң алдынғыһы тип танылды.

Наталья Лапшина журналистар алдында был турала тағы бер ғорурланып иҫкә төшөрҙө. Мәҙәниәт министры урынбаҫары һүҙен ҡәләм эйәләренә дөйөм эшкә индергән өлөштәре, әүҙем мәғлүмәт эше алып барыуҙары өсөн рәхмәт әйтеүҙән башланы. “Беҙ бергәләп мәғлүмәти мөхитте будырабыҙ, бер ваҡиға ла һеҙҙең ҡатнашлыҡтан тыш булмай", – тине ул һәм быға тиклемге фестивалдәрҙә лә емешле эшләгән өсөн рәхмәт әйтеп, сираттағы Китап байрамында ла татыу һәм һөҙөмтәле эшләүгә ышаныс белдерҙе.

Быйылғы сараның төп темалары, әлбиттә, Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы, Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаиләләр йылы һәм уларға бәйле илһөйәрлек, тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау. Ошо төп ҡиммәттәр IV Китап байрамы ваҡытында үткәрелгән бөтә сараларҙың нигеҙ ташы булып тора. Авторҙар, нәшерселәр менән осрашыу булһынмы, йә йыр-моң сығыштарымы – барыһы ла ошо мөһим төшөнсәләргә бәйләнә.

Быйылғы Китап байрамының бик ҙур үҙенсәлеге – ул Өфө менән генә сикләнмәй, республикабыҙҙың барлыҡ ҡала, райондарына ла йәйелдерелә. Наталья Михайловна әйтеүенсә, был тәрбиәүи-мәғрифәти сараларға балалар һәм йәштәрҙе күберәк йәлеп итергә, урындағы мәҙәниәт, әҙәбиәткә, баш ҡаланан ситтә йәшәгән авторҙарға иғтибарҙы йүнәлтеү өсөн эшләнә.

Район һәм ҡалаларҙағы саралар Китап календарына индерелгән, уларҙың һаны 360-тан ашыу. Календарь менән тиҙҙән БР Мәҙәниәт министрлығының интернеттағы рәсми сығанаҡтарында танышырға мөмкин.

БР Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, “Китап” нәшритәе директоры Эльмира Хәйретдинова, С. Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейы, В. Альбанов исемендәге Ҡотопсылар музейы, Ф. Шаляпин исемендәге Музыка музейы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостандың Милли китапханаһы вәкилдәре лә Китап байрамына планлаштырған бай саралар исемлеге менән таныштырып, ентекле һөйләп үтте.

Һәр ваҡыттағыса, Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын бик бай, төрлө, әүҙем саралар көтә. Китап байрамы – ул тотош ғаилә менән килеп, балаларҙы мауыҡтырғыс саралар аша уҡыу, белем арттырыу донъяһы менән таныштырып, һөйөүҙәрен арттырып ҡайтыр өсөн бик уңай сәбәп. Өҫтәүенә, быйылғы байрамға Рәсәй “Белем” йәмғиәте лә йәлеп ителгән. Уның вәкилдәре лекциялар, асыҡ һөйләшеүҙәр, танылған оҫталар менән осрашыуҙар ойоштора.

 

Автор фотолары.

Автор:Равиля Гатауллина

Автор:
Читайте нас