

Үҙәк район китапханаһында әҙәбиәт донъяһында халыҡсанлыҡ һәм илһөйәрлек сағылышы бөркөлөп торған, Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист һәм тәржемәсе, «Аҡбуҙат» еспубликала балалар журналының баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллинаның махсус хәрби операция геройҙары тураһында рус телендә донъя күргән «Позывной "Башкир"» исемле китабының презентацияһы үткәрелде.
«Позывной "Башкир"» – йөрәк һәм заман ҡушыуы буйынса яҙылған, уның нигеҙендә – замандаштарыбыҙҙың реаль яҙмыштары, тере тауыштары һәм намыҫлы тарихтары яҙылған, китап Мәскәүҙә «АСТ» һәм «Ленинград» нәшриәттәрендә рус телендә 1500 дана тиражы менән баҫылып сыҡҡан.
Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе һәм Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илүзә Кәримова сараға саҡырылған яугирҙарҙың әсәләренә, ирекмәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм һуңынан Лариса Хашим ҡыҙына Хәйбулла яугирҙарына арналған «Хәйбулланың батыр улдары» китап-йыйынтығын бүләк итте. Мәҙәнит йорто хеҙмәткәре Рәсимә Динисламова үҙе ижад иткән, яугирҙәргә арналған «Батыр исеме мәңгелек» йырын башҡарҙы.
Лариса Хашим ҡыҙы, үҙ еренең ысын патриоты, ул бер ҡасан да хистәрен йәшермәй, үҙенең әҫәрҙәрендә һүрәтләй. Һуңғы йылдарҙа уның ижадында Махсус хәрби операция яугирҙары тураһындағы тос материалдар айырым бер урын алып тора. «Заманым йыры» шиғырҙар йыйынтығы яугирҙәребеҙ өсөн махсус нәшерләнгән, унда ил тойғоһо, рух, халыҡ, Тыуған ил, мөхәббәт хаҡындағы шиғырҙар тупланған.
Лариса Абдуллина, сарала ҡатнашыусыларға республиканың башҡа киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Луганск, Донецк халыҡ республикаларына, Запорожье өлкәһенә бер нисә тапҡыр барып ҡайтҡандан һуң, унда күргәндәре «Позывнойс"Башкир"» китабына документаль материалдар булып тупланыуын, баҫма нигеҙендә реаль интервьюлар һәм осрашыуҙар, фронт хәтирәләре, очерктар һәм документаль һүрәттәре тураһында һөйләп үтте. Әҙибә, шулай уҡ яугирҙәр менән осрашыу мөхитен, улар менән аралашыу интонацияларын һәм геройҙарҙың эске рухи көсөн дә тасуирланыуын, сәфәрҙән алған тәъҫораттары менән уртаҡлашты, яңы китабының яҙылыу тарихын бәйән итте, һорауҙарға яуаптар бирҙе. Китап бөгөнгө Ватан һаҡсыларының батырлығы тураһындағы хәтерҙе һаҡлауға ҙур өлөш индерә һәм киләсәк быуындар өсөн мөһим дәлил булып тора.
Шулай уҡ сарала, шағирәнең ижадына арналған әҙәбиәт донъяһында халыҡсанлыҡ һәм илһөйәрлек сағылышы бөркөлөп торған «Ҡойоп ҡуйған талан эйәһе» исемле китап күргәҙәмһе ойошторолдо.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге етәксеһе Рәмилә Файзуллина.