

Һеҙ ҡасан да булһа ҡеүәтле рок музыкаһының академик сәнғәткә ҡушылып яңғырағанын ишеткәнегеҙ бармы? Юҡтыр. Ундай ҙа үҙенсәлекле тамаша яңыраҡ Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында беренсе тапҡыр уҙҙы! Бында Башҡортостандың Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы (етәксеһе – Алһыу Хәсбиуллина) башҡорт рок-музыкаһы вәкилдәре – популяр “Бүреләр” төркөмө артистары менән бергә сығыш яһаны.
Ҡеүәт урғылып торған, тамашасыларға онотолмаҫ кисерештәр биргән уникаль кисә булды был. Көс-ғәйрәтле музыка классик хорҙың нәзәкәтле башҡарыуы менән ҡушылып, ниндәйҙер тылсымлы мөхит барлыҡҡа килтерҙе, “Бүреләр”ҙең быға тиклем тыңланған йырҙары яңы моң, яңы һулышҡа уралып яңғыраны.
Рок һәм академик башҡарыу – бер уйлаһаң, музыка сәнғәтендә, йылғаның ике яры кеүек, бер-береһенән шундай йыраҡ торған ике йүнәлештең ҡушылыуы мөмкин дә түгел һымаҡ, әммә яңылыҡҡа ынтылған, тамашасыларға ҡабатланмаҫ тойғолар бүләк итергә теләгән музыканттар быны ысынбарлыҡҡа әйләндерҙе. Бик ҡыйыу ижади тәжрибә яһау булды әлеге тамаша. Гитаралар, барабан дөңгөрө ҡеүәтле күмәк тауыш менән бергә ҡушылып, ҡабатланмаҫ моң даръяһы хасил итте.
“Бүреләр” был кистә күптән таныш композицияларын башҡарҙы, ә уларға хор капеллаһы ҡушылыуы үҙенсәлекле яңғыраш барлыҡҡа килтерҙе, хатта ниндәйҙер тантаналылыҡ биҙәге өҫтәне.
Үҙенсәлекле моң кисәһе республиканың мәҙәни тормошондағы сағыу ваҡиға булды, тип һис икеләнмәй әйтергә була. Хәҙерге заман музыкаһы менән йылдар буйы һаҡланып килгән йолаларға эйә булған академик башҡарыуҙы ла бергә ҡушырға һәм бындай музыканың айырым бер аһәң менән яңғырарға мөмкин икәнен иҫбатланы ул. Был кисәне музыка һөйөүселәр генә түгел, артистар үҙҙәре лә оҙаҡ онотмаҫ, артабанғы ҡыйыу аҙымдарға нигеҙ ҙә булыр, бәлки. Һәр хәлдә, башҡорт рок-музыкаһы йәшәй, ул – артабанғы үҫеш өсөн эҙләнеүҙәр юлында.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.
Л. Минниханова фотолары.