

Бейеүсенең итәгенә алма биҙәге төшкән, бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, яңы бейергә төшкән... Телевизорҙа «Байыҡ» республика телевизион конкурсы бара. Киң популярлыҡ яулаған бәйгелә ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара, яңы исемдәр асыла һәм яңы бейеү ансамблдәре барлыҡҡа килә. Бүребай ауылынан «Миләшкәй» вокаль ансамбле лә уйламаҫтан ғына үҙҙәрен дә, райондаштарын да таң ҡалдырып «Байыҡ» бейеү телевизион конкурсына барып эләгә. Бына мәртәбәле конкурстың сәхнәһендә нәзәкәтлелек, итәғәтлелек, тыйнаҡ дәрт, ипле дәрәжә һәм һәр хәрәкәттә тойомланған күңел ҡыйыулығы менән «Миләшкәй» ансамбле сығыш яһай. Бейеүселәрҙең «Самауыр сәйе»н тәмләп, бына бит Хәйбуллала ҡар өҫтөндә самауыр ҡайнатыр ҡатын-ҡыҙҙар йәшәй, тигән һығымтаға киләһең. Бейеүселәребеҙ маҡталып та, ҡамсыланып та, беҙҙе ҡыуандырып икенсе турға ла үттеләр.
Әле икенсе турға әҙерләнеү нисек бара икән? Хәйер, «Миләшкәй» вокаль ансамбле нисек шундай мәртәбәле конкурсҡа барып эләккән һуң? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, ансамблдең етәксеһе, 40 йылға яҡын мәҙәниәт өлкәһендә ең һыҙғанып эшләгән Рәмзиә Ҡолбаеваға мөрәжәғәт иттем.
Ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн ҙур тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ һәм әлбиттә ҡәтғи талаптар ҙа кәрәк. Оҙаҡ йылдар мәҙәниәт өлкәһендә үҙ эшен еренә еткереп башҡарған Рәмзиә Ибраһим ҡыҙы быны айырыуса аныҡ аңлай. Шуға күрә лә ансамблдең составында тик оло быуын кешеләре булыуына ҡарамаҫтан ныҡлы эш режимы булдыра. Көнөнә ике тапҡыр репетицияға йыйылып, «Самауыр сәйе» бейеүен өйрәнергә бик яуаплы тотоналар. Тиккә генә боронғолар «Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан», тимәгән шул. Был тырышлыҡ бушҡа китмәй һәм «Миләшкәй» ансамбле фестиваль-шоуҙа Гран-при алыуға өлгәшә, Рәмзиә Ҡолбаева «Иң яҡшы етәксе» номинацияһында еңеүсе тип билдәләнә. Еңеүҙән әйтеп бөткөһөҙ кинәнес кисергән коллектив артабан да дәртләнеп концерттарҙа, конкурстарҙа ҡатнаша. Осар ҡош кеүек ҡанатланып, дәртләнеп киткән бейеүселәр тоталар ҙа һәүәҫкәр видеояҙманы «Байыҡ»тың онлайн форматта һайлап алыу этабына ебәрәләр.
Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 17-се һанында уҡығыҙ.