МӘҘӘНИӘТ
28 Апрель , 11:46

Йәш сәсәндәрҙең уңыштары тос!

   

Йәш сәсәндәрҙең уңыштары тос!Йәш сәсәндәрҙең уңыштары тос!
Йәш сәсәндәрҙең уңыштары тос!

Сибай ҡалаһында  йәш сәсәндәрҙең V «Урал балалары тауышы» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән 80-дән ашыу йәш талант бәйге тотто. Хәйбулла районынан конкурста 15 бала һәм 2 ғаилә ҡатнашты. Район мәҙәниәт йортоноң ҡарамағындағы сәсәндәр мәктәбе (етәксеһе М.Ишемғолова) намыҫын лайыҡлы яҡлап, балалар бик шәп сығыш яһайҙар һәм башҡорт фольклорын тәрән белеүҙәрен күрһәтә.

Мәртәбәле конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүселәр һәм уларҙың остаздарына ҡиммәтле бүләктәр һәм дипломдар менән тәбрикләнде. Хәйбуллалар бер юлы бер нисә номинацияла призлы урындар яуланы.

«Ҡара юрға» эпосын башҡарыу номинацияһында I дәрәжә лауреат дипломына Илһам Мәмбәтов (Мәмбәт ауылы, етәксеһе В.Мәмбәтова) һәм Зарина Мәрҙәмшина (Бүребай балалар сәнғәт мәктәбе, етәксеһе Г.Мәмбәтова) лайыҡ булды.

 «Урал батыр» эпосын башҡарыу номинацияһында II дәрәжә лауреат дипломы менән Бәхтийәр Шәрипов (2-се Аҡъяр мәктәбе, етәксеһе Г.Күскилдина) бүләкләнде.

«Ҡуңыр буға» эпосын башҡарыу номинацияһында II дәрәжә лауреат дипломдары менән 1-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусылары Р.Сабитов, И.Алсынов, Э.Асҡаров, Н.Ҡасҡынов, А.Күсәков, Д.Солтанов, Л.Юнысов (етәксеһе Г.Ишбулатова) һәм шулай 2-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусылар Лилиана Ильясова һәм  Искәндәр Ильясов (етәксеһе Л.Йәнйегетова)  тәбрикләнде.

«Ҡара юрға» эпосын башҡарған өсөн Мәмбәт ауылынан Мәмбәтовтар һәм Аҡъяр ауылынан Ильясовтар ғаиләләләре 1-се урынға лайыҡ булды. Һәләтле йәш сәсәндәрҙе һәм уларҙың остаздарын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, ҡаҙаныштарҙа туҡтап ҡалмаҫҡа һәм яңынан яңы үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ! 

Йәш сәсәндәрҙең уңыштары тос!
Йәш сәсәндәрҙең уңыштары тос!
Йәш сәсәндәрҙең уңыштары тос!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас