

Бер райондан булһаҡ та, Гөлнурҙы бынан 33 йыл элек Өфөлә, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында осраттым. Ул был ваҡытта ошо гимназияла белем ала ине. 11-се кластың телһөйәр һәм илһөйәрҙәре араһынан иң-иңе, йәғни еңеүсе булып сәхнәгә күтәрелгән аҡыллы ҡарашлы, мөләйем был ҡыҙға һоҡланып ҡарап ултырғанымды иҫләйем. Тап ошо йылда олимпиадала ҡатнашҡан ҡыҙҙар һәм егеттәр Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инеп, белем ала башланыҡ. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре, шул иҫәптән Гөлнур ҙа университетҡа олимпиада еңеүсеһе булараҡ, имтиханһыҙ уҡырға ингәйне. Ятаҡҡа килеп, коммендант биргән асҡысты тотоп, бүлмәгә килһәм, Гөлнур, тағы бер олимпиадасы ҡыҙ тора, шулай итеп, курсташ, группалаш, бүлмәләш булып бергә йәшәп киттек. Беҙҙең шаулы, күңелле студент йылдары башланды. Күңелле тигәнде кем нисек аңлайҙыр, әммә беҙ уның башҡаса булыуын күҙ алдына ла килтермәнек: дәрестәрҙән һуң бергәләшеп әҙәби-ижад кисәләренә, концерт-спектаклдәргә йөрөүҙәр, Милли китапханала ултырып китап уҡыуҙар, яҙ етһә, Салауат майҙанындағы “пятачоктар” — йәшлектең иң матур, ҡәҙерле мәлдәре булып ҡалды. Сессия мәле етһә, һәр беребеҙ үҙ мөйөшөндә китаптарға күмелә, сөнки һәр осор башҡорт әҙәбиәте тарихынан имтихан биргәндә, 50-ләгән әҫәр уҡырға кәрәк, уға рус, сит тел әҙәбиәте һәм башҡа фәндәр ҡушыла. Гөлнур һәр имтиханын “бишле”гә бирә торғайны. Әле студент саҡта уҡ ойоштороу һәләте булды: БДУ-лағы «Шоңҡар» әҙәби-ижад берекмәһе етәксеһе булды. Бер ваҡыт әҙәбиәт белгесе Мирас Иҙелбаев яҙыусы, журналист Гөлсирә Ғиззәтуллина менән асыҡ дәрес үткәрҙе. Студент ҡына Гөлнурға бөтә ойоштороу мәсьәләләре йөкмәтелде: яҙыусы менән осрашыуҙы килешеү, уны ҡаршы алыу, гөлләмә хәстәрләү һәм башҡалар. Күп быуын филологтарына белем биргән Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев, Ғиниәт Сафиулла улы Ҡунафин, Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталов, Марат Вәли улы Зәйнуллиндың дәрестәрен әле осрашһаҡ та һағынып иҫләп алабыҙ. Биш йыл һә тигәнсе үтеп тә китте, бүлмәбеҙ менән ҡулыбыҙға ҡыҙыл дипломдарыбыҙҙы тотоп, ҡыҙҙарым Роза, Ғәлиә, Гөлнур һәм мин, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралды. Роза Хөснуллина — филология фәндәре кандидаты, доцент, бөгөн «Башҡортостан ҡыҙы» журналының бүлек мөхәррире, Ғәлиә Ғәниева – филология фәндәре кандидаты, доцент, телсе-ғалимә, Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Аллаһы Тәғәлә ҡушмаһа, бер япраҡ та һелкенмәй тиелә. Гөлнур ҙа ғаиләһе — ире Наил Вәкил улы, ҡыҙҙары Ләйлә менән Бөрө ҡалаһына килеп төпләнәләр. Был ваҡытта Гөлнур аспирантурала белем ала, кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Ошонда улдары Ильяс донъяға килә. Бөрө дәүләт педагогия академияһында студенттарға белем бирә башлай. Наил Вәкил улы ла ошо уҡ уҡыу йортонда белем биреүҙе информатизациялау һәм техник тәьмин итеү бүлеге начальнигы. Гөлнур Нуриман ҡыҙы эшен яратҡан педагог, абруйлы ғалимә, хөрмәтле коллега ул. Бөрө ҡалаһында һуңғы йылдарын йәшәгән бөйөк яҙыусыбыҙ Һәҙиә Дәүләтшинаның тормош һәм ижад юлын тулыландырып өйрәнеп, ҙур хеҙмәт яҙа. Талантлы яҙыусыбыҙҙың музейын етәкләй, бындағы һәр экспонатты күҙ ҡараһылай һаҡлап, уның тураһында сәғәттәр буйы яратып, хөрмәтләп һөйләй ала. Студенттары менән ҡәберен тәрбиәләп тора. Һәҙиә Дәүләтшинаға арналған сараларҙы ла теләп ойоштора. Беҙ, курсташтары, Һәҙиә тиһәк, Гөлнур күҙ алдына килә, тип әйтәбеҙ: шулай уҡ аҡыллы уйсан күҙҙәр, мөләйемлек, тыйнаҡлыҡ, ҡырҙан ярып ҡына һалынған ҡара сәстәр… Ысынлап та шулай. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы ла «Бөрө Һәҙиәһе» тигән мәҡәлә яҙып сығарыуы ла шуны һөйләй. Тағы ла беҙ Гөлнурҙы яратып һин «тере энциклопедия» тибеҙ. Ниндәй генә һорауыбыҙ булһа ла, беҙ интернеттан да таба алмаған әйберҙе, тулы мәғлүмәтен, фотоһын табып бирә беҙгә.
Халҡыбыҙҙың аҫыл ҡыҙы тураһында республика гәзит-журналдарында күп мәҡәләләр яҙылды, ә мин бәләкәй генә мәҡәләмдә бергә үткән студент йылдарына ҡайтып, ҡайһы бер мәлдәрҙе яҙып үткем килде. Әле мин телгә алмаған әллә күпме эштәрең, дәрәжәләрең, хеҙмәттәрең бар, Гөлнур. Йортоңда һин уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын, ҡәҙерле әсәй, хөрмәтле ҡәйнә, хәстәрлекле килен, ярҙамсыл апайһың. Тәрбиәле ғаиләнең тәрбиәле балаһыһың. Әйткәндәй, Гөлнурҙың һеңлеләре Динә менән Милә лә фән кандидаттары. Ә миңә һин яп-ябай, яҡын әхирәт булып ҡалаһың. Һинең менән мин донъяның ҡояшлы яғында йәшәйем: нурлы, яҡты, ғаҡыллы затһың!