МӘҘӘНИӘТ
20 Апреля , 09:39

Күп милләт вәкилдәрен бергә тупланы

Милли кейем көнө – Башҡортостан халыҡтарының уртаҡ байрамы

Күп милләт вәкилдәрен бергә тупланыКүп милләт вәкилдәрен бергә тупланы
Күп милләт вәкилдәрен бергә тупланы

Бөгөн республикабыҙҙың күп милләтле халҡы бер булып Милли кейем көнөн билдәләй. Баш ҡалабыҙҙың төрлө учреждениеларында үткән сараларҙа ҡатнашыусылар, туған телебеҙҙән диктант яҙыусылар бер ҡорға тупланды, тиергә була -– "Башҡортостан" дәүләт концерт залы алдындағы майҙанға төп байрамға йыйылды. Бында йырсылар, бейеүселәр, мода күрһәтеүселәрҙең сығыштарынан торған йәнле тамаша бара.

Майҙанда йәйелдерелгән һатыу-күргәҙмәлә милли кейем элементтарын, биҙәүестәр һатып алырға була. Тамашасылар ихласлап йыр-моң тыңлай, бейеп тә китә. Ысын мәғәнәһендә халыҡтар татыулығы, уларҙың бай мәҙәни мираҫы өлгөһө булған Милли кейем көнө Өфөлә йәшәүселәрҙе, ошо байрамды күрер өсөн баш ҡалаға килгән ҡунаҡтарҙы бер тулҡынға көйләй, халҡы менән ғорурланыу тойғоһон көсәйтә.

Рәүилә Ғатауллина.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә ошо һылтанма буйынса байрамдан видеояҙмалар ҙа ҡарап була: https://vk.com/wall-104965500_369826

Автор:Равиля Гатауллина

Автор:
Читайте нас