МӘҘӘНИӘТ
19 Апреля , 06:28

Милли кейем – халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы

Аҡъяр ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһында милли кейем көнөнә арналған «Милли кейем – халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы» исемле сара үтте.

Милли кейем – халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһыМилли кейем – халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы
Милли кейем – халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы

Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы һаналған. Милли кейем көнө уңайынан баҡсабыҙға хөрмәтле ҡунаҡтар - Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, район ағинәйҙәр клубы етәксеһе, “Ҡош юлы” халыҡ фольклор ансамблдәре етәксеһе, район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы, сәсәндәр мәктәбе рәйесе Миңзифа Ибраһим ҡыҙы Ишемғолова һәм “Түңгәүер” ҡурайсылар халыҡ ансамбле етәксеһе Фәнис Рафайыл улы Атанов килде.
Уларҙың килеүе беҙҙең бәләкәстәр өсөн оло байрамға әйләнде. Миңзифа Ибраһим ҡыҙы балаларға башҡорт халҡының оло тарихын күрһәткән милли кейемдәр һәм уларҙың тегелеше, тәғәйенләнеше, биҙәлеше тураһында матур итеп һөйләне. Ҡумыҙҙа уйнап, йырлап-бейеп, ҡыҙыҡлы, фәһемле әңгәмә ҡорҙо. Фәнис Рафайыл улы ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнап ишеттерҙе. Ҡурайҙың дәртле көйҙәренә кескәйҙәр Миңзифа Ибраһим ҡыҙы менән бергәләшеп башҡорт халыҡ бейеү элементтарын өйрәнделәр, халыҡ уйындарын уйнап күңел астылар.
Милли кейем көнөндә баҡсабыҙҙа милли рух, ысын байрам тыуҙырған ҡунаҡтарға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Ошондай осрашыуҙар балалар күңелендә матур тойғолар тыуҙыра, халҡыбыҙҙың ҡомартҡыларына ихтирам, телебеҙгә һөйөү тәрбиәләй.


Аҡъяр ауылы “Йәйғор” балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы Хәйбуллина Й.Ф.

Автор:Лира Такалова
Читайте нас