МӘҘӘНИӘТ
18 Апреля , 17:51

"AY YOLA"быҙ яңы клибын күрһәтте

Һомайҙың һеңлеһе Айһылыу тураһындағы йыр икенсе альбомды аса.

Халҡыбыҙҙың үлемһеҙ “Урал батыр” эпосын донъяға танытып, төрлө милләт вәкилдәренең һөйөүенә лайыҡ булған “AY YOLA" икенсе альбомы өҫтөндә эшләй.

Уның беренсе йыры – “Айһылыу” – Һомайҙың һеңлеһе, Самрау батшаның икенсе ҡыҙы тураһында. Йыр менән тыңлаусылар күптән түгел танышҡайны, ә бына бөгөн музыканттар уға төшөрөлгән клипты ла күрһәтте. Төркөм хәбәр итеүенсә, ул Байкал ярҙарында төшөрөлгән.

Премьераны “Әй йола”ларҙы үҙ итеүселәр түҙемһеҙләнеп көттө. Төркөмдөң социаль селтәрҙәге сәхифәһе тағы ла һоҡланыулы, рәхмәтле комментарийҙар менән тулды, унда башҡа милләт вәкилдәре лә ихлас кисерештәре менән уртаҡлаша.

”Әй Йола”ны тыңлаған һайын башҡорт ҡыҙы булып тыумағаныма үкенәм, сөнки серле башҡорт телендә ниндәй шедеврҙар сығаралар!” – тип ғәжәп һоҡланыуын белдерә Алина Юн. “Башҡорт булмаһам, башҡорт телен белмәһәм дә, һеҙҙе, AY YOLA, ныҡ яратам!” – ти Карина Бочкова, ә Екатерина Азанова: “Башта йырҙы плей-листҡа ҡуйҙым, хәҙер инде клипты ла ун тапҡыр ҡараным, оҙаҡламай ятлап та алырмын әле, хатта эштә лә ҡолаҡсындар кейеп тыңлайым, ҡушылып йырлайым”, – ти))

Шулай булмауы мөмкин дә түгел, клипты ҡарағас, быға үҙегеҙ ҙә инанырһығыҙ!

Видеояҙма, фотолар: AY YOLA , https://vk.com/ayyola.musichttps://vk.com/ayyola.music

Автор:Равиля Гатауллина

Автор:
Читайте нас