

Әсмә Усманова – йырсы, сәсәниә, һәүәҫкәр фольклорсы һәм этнограф, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе, шулай уҡ «Ҡош юлы» халыҡ ансамбленең ойоштороусыһы һәм тәүге етәксеһе. Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы Республикала башҡорт милли кейемдәрен өйрәнеүсе, тергеҙеүсе һәм халыҡ араһында популярлаштырыусы булараҡ та билдәле ине.
Мәртәбле бәйге халҡыбыҙҙың милли һынланышын, зауығын ғына күрһәтеп ҡалманы, ә быуындан быуынға күсә килгән рухи хазинабыҙ оло мираҫ һәм бөйөк ҡаҙаныш икәнен иҫбатланы.
Оҫта, тилбер ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ башҡорт халҡының рухи хазинаһын күңелендә ҡәҙерләп йөрөтә, үҫтерә, балҡыта һәм киләсәк быуындарға тапшыра килә. Милли асылыбыҙҙы сағылдырған бәйгелә ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр эше оло баһаға лайыҡ.