МӘҘӘНИӘТ
14 Апреля , 15:44

Башҡорт йырсыһы Вәсилә Фәттәхова һәм уның йырын мәңгеләштерергә тәҡдим ителә

Фекерҙәр туплау 23 апрелдә тамамлана

Башҡорт йырсыһы Вәсилә Фәттәхова һәм уның йырын мәңгеләштерергә тәҡдим ителәБашҡорт йырсыһы Вәсилә Фәттәхова һәм уның йырын мәңгеләштерергә тәҡдим ителә
Башҡорт йырсыһы Вәсилә Фәттәхова һәм уның йырын мәңгеләштерергә тәҡдим ителә

Өфөләргә баш ҡала топонимикаһын формалаштырыуҙа ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Аҙаҡҡы ҡарар ҡабул иткәндә уларҙың фекере иҫәпкә алына, тип билдәләнеләр Өфө мэрияһында.

Ленин һәм Дим райондарындағы урамдарға исем һайлау буйынса тәҡдимдәр фекер алышыуға сығарылды:

– Вәсилә Фәттәхова урамы (тауышы заманса милли эстрада символына әүерелгән Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы);

- Владимир Высоцкий урамы (күренекле совет шағиры һәм актер).

Бынан тыш, тәҡдим ителгән исемлектә Тауышһыҙ тыҡрығы һәм Тыуған яҡ урамы (ошо билдәле йырҙы Вәсилә Фәттәхова башҡарҙы) бар.

Ленин районындағы урамға боҙҙа мотоуҙыш буйынса 20 тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаған Николай Красников исемен бирергә теләйҙәр. Һайлау өсөн ике вариант тәҡдим ителә: «Николай Красников» урамы йәки «Мотоуҙышсы Красников урамы».

Фекерҙәр туплау 23 апрелдә тамамлана. Һорауҙарға яуап биреүҙә ҡатнашыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында авторизация үтергә кәрәк. 

 
матбуғат хеҙмәте | Өфө хакимиәте
Фото:матбуғат хеҙмәте | Өфө хакимиәте
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас