Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
6 Апрель , 20:38

«Тархан» ансамбле Бөтә Рәсәй конкурсында Гран-при яуланы!

  

«Тархан» ансамбле Бөтә Рәсәй конкурсында Гран-при яуланы!
«Тархан» ансамбле Бөтә Рәсәй конкурсында Гран-при яуланы!

4 апрелдән 7-нә тиклем Төньяҡ Осетия-Аланияның Владикавказ ҡалаһында «Беҙҙең заман» халыҡ-ара фестиваль үҙәгенең «ВершинаFest» Бөтә Рәсәй сәнғәт конкурсы бара.

Башҡортостандан фестивалдә Туймазы ҡалаһының «Тархан» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаны. Коллектив иң юғары наградаға – Гран-приға лайыҡ булды, тип хәбәр итә Республика халыҡ ижады үҙәге.

Ансамбль шулай уҡ «Вайнах бейеүе», «Мираҫ», «Казак бейеүе», «Башҡорт егете бейеүе», «Нараспашку» (ансамблдең йәш солистары Рөстәм Ибраһимов һәм Тимур Шәмсетдинов башҡарыуында) кеүек сағыу сығыштар өсөн I дәрәжә лауреат дипломдарына лайыҡ булды.

Ансамбль етәкселәре Әлфиә һәм Дамир Ибраһимовтар конкурстың «Педагогик оҫталыҡ өсөн» тигән махсус дипломы менән бүләкләнде. 

Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас