Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
31 Март , 19:36

Билдәле диктор вафат булған

Башҡортостандың халыҡ артисының туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ

Билдәле диктор вафат булған
Билдәле диктор вафат булған

Өфөлә 91-се йәшендә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы дикторы, Башҡортостандың халыҡ артисы Лира Фәйзуллинаның йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Ҡайғылы хәбәрҙе телевидениела эшләгән коллегалар хәбәр итте.

Лира Фәхри ҡыҙы БАССР-ҙың Красноусол районы Сәйетбаба ауылында (Башҡортостандың Ғафури районы) тыуған. 1956 йылда Өфө педагогия училищеһын тамамлаған. Шул саҡта дикторҙар конкурсында һайлап алыу турын үтеп, тәүге тапҡыр радиоэфирға сыға. Башҡортостан радиоһы ул ваҡытта Үҙәк почтамт бинаһында урынлашҡан була, бөтә тапшырыуҙар тура эфирҙа алып барыла, дикторҙарға ла юғары талаптар ҡуйыла. Телмәр мәҙәниәтенең юғары булыуы, матур тембрлы тауыш, һөйкөмлөлөк һәм артистизм Лира Фәйзуллинаға популяр алып барыусыларҙың береһе булырға мөмкинлек бирә.

Лира Фәйзуллина 40 йылға яҡын диктор булып эшләй. Өфө сәнғәт училищеһын, Гөлли Мөбәрәкова һәм Ғабдулла Ғиләжев курсын, Мәскәүҙә дикторлыҡ курстарын тамамлай, унда күренекле дикторҙар Юрий Левитан, Ольга Высоцкая, Людмила Кайгородованың лекцияларын тыңлай.

Радиола Лира Фәхри ҡыҙы яңылыҡтар уҡый, «Ата-әсәләр өсөн тапшырыу» рубрикаһын, «Ауыл хужалығы» радиожурналын, мәғлүмәт-сәйәси, балалар тапшырыуҙарын, байрам сараларынан тура трансляциялар алып бара, радиоспектаклдәрҙә ҡатнаша. Телевидениела балалар өсөн «Асыҡ ишек» тапшырыуы алып барыусыһы була. «Туй» телефильмында төшә («Баштелефильм», 1970).

Хушлашыу иртәгә, 1 апрелдә, иртәнге сәғәт 10-да Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 7 адресы буйынса уҙа. «Башинформ» Лира Фәйзуллинаның туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. 

Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас