МӘҘӘНИӘТ
28 Март , 06:48

Талантлы, егәрле, ижади күңелле шәхес

27 март – Халыҡ-ара театр көнө билдәләнә. Ошо юғары сәнғәт донъяһына йәне-тәне менән бирелгән, матур ролдәр тыуҙырып, бал ҡортондай ең һыҙғанып эшләгән, күренекле яҡташ актёрҙарыбыҙ бихисап. Шулар араһында күп ҡырлы ижады менән һоҡландырған талант эйәһе – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры актёры, Мәмбәт ауылы егете Морат Рафиҡов та бар. Һәр яҡтан һәләтле Морат Урал улының «Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһендә әйтер һүҙен ишеттек, дер һелкетеп «Байыҡ»та бейегәнен күрҙек, нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ радио тулҡындарынан яҙыусыларҙың әҙәби әҫәрҙәрен уҡый, хис-тойғолар ташып торған моңло йырҙар ижад итеп, башҡарыусы ла ул. Танылған актер менән ҡорған әңгәмәбеҙ театрға һәм уның ижади тормошона арнала.  

Талантлы, егәрле, ижади күңелле шәхесТалантлы, егәрле, ижади күңелле шәхес
Талантлы, егәрле, ижади күңелле шәхес
  • Морат Урал улы ижадҡа, мәҙәниәткә булған һөйөү бала саҡтан киләме? Театр донъяһына нисек килеп индегеҙ?
  • Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын юҡҡа ғына милли кадрҙар әҙерләүсе белем усағы тип әйтмәйҙәрҙер. Ошо гимназияла уҡыған осорҙа физика, география фәндәрен айырыуса яратып өйрәндем һәм үҙемде киләсәктә ошо йүнәлеште һайлармын тип уйлай инем. Мине ижади яҡтан асыусы, театр доньяһына юл күрһәтеүсе ул гимназияла «Таңсулпан» театр түңәрәге етәксеһе булып эшләгән Римма Фәйез ҡыҙы Нәбиева булды. Ошо түңәрәктә шөғөлләнеп ижадҡа, театрға ғашиҡ булдым һәм яҙмышымды ижад менән бәйләнем.
  • Иңдәреңә ҡанат ҡуйған данлы Башҡорт дәүләт драма театрына нисек килеп эләктегеҙ?
  • Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетын тамамлағандан һуң, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килдем һәм әлеге көндә лә ошонда эшләп, ижад итәм.
  • Иң тәүге ролдәрегеҙҙе хәтерләйһегеҙме?
  • Академияла уҡыған осорҙан алып театр сәхнәһендә күп кенә образдар тыуҙырырға тура килде. Тәүге ролдәрем -  Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған «Шәмсетдин менән Шәмсура» (режиссеры Х.Ғ.Үтәшев) спектаклендә Шәмсетдин роле, Туфан Миңнуллиндың «Мулла» (режиссеры А.Ә.Абушахманов) спектаклендә Бәҙретдин роле булды.
  • Морат Урал улы, һеҙ кино актёры ла, фильмдарҙа төшөү бәхете тейгән.
  • Эйе, тарихи шәхестәрҙең яҙмыштарын сағылдырған киноларҙа төшөү бәхете лә йылмайҙы. Билдәле режиссер Булат Йосоповтың «Бабич» фильмында төп геройҙың айырылмаҫ дуҫы Хәйернас, ә Рәми Ғариповтың ижады буйынса т «Шағир көндәлеге» киноһында - шағир Булат Рафиҡов. Режиссер Таңсулпан Бураҡаеваның «Салауат эҙҙәренән» документаль фильмында милли геройыбыҙ -  Салауат ролен башҡарҙым.
  • Спектакль ваҡытында, кино төшөргән мәлдәрҙә ҡыҙыҡлы хәлдәргә тарынығыҙмы?
  • «Салауат эҙҙәренән» фильмының бер өлөшө Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың подвалында төшөрөлде. Салауат батырыбыҙҙың атайы Юлай Аҙналин менән тотолоп зинданға ябылыу сәхнәһе ине. Беҙҙең өҫ-баш йыртыҡ, йөҙҙәреребеҙгә ҡурҡыныс грим һалынған. Таң атҡансы съемкалар дауам итте. Ҡояш сыға башлағас ҡына таралыштыҡ, туҡтамайынса күп сәхнәләрҙе бер юлы төшөргәс, арытылған ине һәм мин гримды йыуып тормай машинама ултырып ҡайтып киттем. Юл ыңғайында заправкаға туҡтап, кассир ҡыҙҙың аптырау ҡатыш ҡурҡыу менән ҡарашын күргәс кенә, ҡурҡыныс гримым, йыртыҡ алама кейемдә икәнлегем иҫемә төште. Тиҙ генә «мин актер, съемканан ҡайтып киләм» тип аңлата һалдым. «Саҡ наряд саҡыртманым бит!», тип кассир ҡыҙ көлөп ебәрҙе.

 Киләһе мажаралар батырыбыҙҙың һуңғы төйәге Эстонияға барып төшкәнсе үк, Өфө аэропортында башланды. Беҙгә, киноға төшөү мәлендә кейә торған, бығауҙар, тимер сылбырҙар һалып ебәргәйнеләр. Уларға кәрәкле документтар булмағас, ҡалдырырға ҡушалар. Кәйеф төштө. Ни эшләргә икән, тип баш ватабыҙ. Бәхетебеҙгә күрә, араларында сәнғәткә битараф булмаған бер хеҙмәткәр табылды бит. Шул ярҙам итеп сикте үткәреп ебәрҙе.

Икенсе көндө фильм төшөрөлә башланы. Киске эңерҙә геройҙарыбыҙҙың Балтик диңгеҙ буйындағы киноның финал сәхнәләре. Ундағы серәкәйҙәрҙең күплеген белһәгеҙ. Килеп тороп эреләр. Түҙерлек түгел. Беҙгә сәбәләнергә ярамай. Илдар ағай Ғүмәров шунда: «Түҙ, Морат, серәкәй тешләгәндән берәү ҙә үлмәгән, ана, Салауат Юлаев ниндәй ҡыйынлыҡтарға бирешмәгән», - тип йыуатҡан була. Хәҙер көлөп тә, һағынып та был күңелле мәлдәрҙе иҫкә алабыҙ.

Был хәл «Бәхет хаҡы» спектакле менән Татарстандың Яр Саллы ҡалаһындағы гастролдәр мәлендә булды. Ошо спектаклдә минең ролем ҙур тугел, бер тапҡыр ғына сығам сәхнәгә: санитар булып төп геройҙы уйнаған Фидан Сафичҡа укол һалам. Шуға күрә минең эшемде артырып, режиссер ярҙамсыһы (помреж) вазифаһын башҡарыуҙы  ҡушып ебәрҙеләр. Барып етеп, ҡунаҡханаға урынлаштыҡ. Киске спектаклгә тиклем ваҡыт бар әле, оҙон юлдан арып, әҙерәк серем итергә булдым һәм репетицияға йоҡлап ҡалғанмын. Уянып китһәм, спектаклгә сәғәт ярым ваҡыт ҡалған, уятыусы кеше булмаған. Нисек сығып йүгергәнемде үҙем дә белмәйем. Театрға килеп инһәм, сәхнәлә Фидан Сафич телефондан кем менәндер ҡысҡырып һөйләшә, барлыҡ цехтар сәхнәне әҙерләйҙәр.

 - Олег Закирович! (О.З.Ханов - ул ваҡытта театр етәксеһе) Дорогой друг мой! Беҙҙең бында ЧП! Помреж юҡ, марля юҡ! (видеопроекция өсөн алғы планға махсус туҡыма-тюль эленә ине). Тағы ла ниҙер һөйләй-һөйләй гримеркаһына табан атланы.

Мин бөтөнләй ҡойолоп төштөм хәҙер, юғалып ҡалдым. Коллегаларым миңә: «Фидан Сафич баянан бирле һине таптыра, бар һөйләш үҙе менән, аңлат», - тиҙәр. Мин ҡыйыуһыҙ ғына ул ултырған гримерка ишеген туҡылдатам.

- Фидан Сафич, мөмкинме? Мин режиссер ярҙамсыһы, - тим.

- Ин әле, ин! Ҡайҙа йөрөйһөң ул? Сәхнә әҙер түгел бит!

 - Эстеңме әллә?

- Юҡ,- тим мин.

- Тартаһыңмы әллә?

- Юҡ, бөтөнләй тартмайым.

- Значит, употребляешь!

- Юҡ инде, Фидан Сафич, әйтәм бит, йоҡлап ҡалғанмын тип.

- Ну это несерьезно, ҡустым. Ниңә мин йә башҡалар йоҡлап ҡалмаған бит, барыһы ла бында. Давай, сәхнәне тикшер, ҡарап сыҡ, йәме! Барыһын да теүәллә лә миңә килеп әйтерһең! Матур итеп сығыш яһап ҡайтайыҡ!

Ошо ваҡиға миңә ғүмерлеккә һабаҡ булып, бөйөк шәхестәр менән эшләгән осорҙоң яҡты хәтирәһе булып ҡалды.

  • Актёр өсөн һәр уйнаған роль яҡындыр ул, ә шулай ҙа иң яратҡан ролдәрең дә барҙыр...
  • Һәр ролем минең өсөн ҡәҙерле, уларҙың һәр береһе күңел аша үткән. Шулай ҙа әле театр репертуарында барған «Килен» спектаклендә Булат роле, «Ҡыҙыл Паша»ла - министр Әбүбәкир, «Мин -  Марат» спектаклендә парторг Кучуков, «Һинһеҙ килгән яҙҙар» спектаклендә Мәжит ролдәрен айырыуса рәхәтләнеп уйнайым.
  • Морат Урал улы, ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, әле генә «Ҡош юлынан ҡайтырмын» исемле тәүге китабығыҙҙы ҡулығыҙға алып һөйөндөгөҙ. Тәҫьораттарығыҙ менән бүлешегеҙ әле. Хикәйәләр нисек яҙыла?
  • Яҙышыу, фекерҙәремде теркәп ҡуйыу өсөн минең өсөн иң ҡулай мәл ул - төн. Театрҙан, төп эшемдән илһамланып ҡайтып, ғаиләм йоҡларға ятҡас, минең өсөн проза доньяһы асыла. Яратып уҡыған авторҙарымдың әҫәрҙәренән оҡшаған фекерҙәрҙе, күргән-ишеткән ваҡиғаларҙы, тетрәндергес күренештәрҙе, шаян-төртмә һөйләмдәрҙе блокнотыма теркәп барам. Күңелгә ятҡандарын бергә йыйып йәиһә бер айырым ваҡиғаны тағы ла әҙәби яҡтан үҫтереп яҙам. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙ яҙмышы тураһында башта йыйылма образлы «Позывнойы - Кәкүк» хикәйәһе, унан инде «Бөрйән» позывнойлы яугир менән осрашҡандан һуң тәьҫирләнеп яҙылған «Ҡош Юлынан ҡайтырмын» исемле хикәйәлә яҙылды һәм был хикәйәнең исеме ошо йыйынтыҡтың тулы атамаһына әйләнде.

«Һуңғы төйәк» хикәйәһендә ауылдан сығып, ҡалала төпләнгән, хәҙер инде мәңгелек йорто ҡайҙа булыры тураһында уйлана башлаған ғалим тураһында булһа, «Гармун моңо» хикәйәһе - бер ауыл тарихын үҙендә һаҡлаған гармун, бер быуын яҙмышы тураһында. Яманлыҡ менән яҡшылыҡ һәр ваҡыт йәнәш йөрөүе «Сихыр» хикәйәһендә һүрәтләнә. Хикәйәләремдең геройҙары миңә һәр береһе яҡын, яҙғанда мин  үҙемде геройҙарым урынына ҡуйып ҡарайым, күңел кисерештәрен үҙем аша үткәрәм.

–  Йылы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Морат Урал улы! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Тамашасыларҙы һөйөндөрөп, сағыу ролдәр менән ҡыуандырып торорға яҙһын!

Талантлы, егәрле, ижади күңелле шәхес
Талантлы, егәрле, ижади күңелле шәхес
Талантлы, егәрле, ижади күңелле шәхес
Талантлы, егәрле, ижади күңелле шәхес
Автор:Лира Такалова
Читайте нас