

Сиҙәм ауылы күп функциялы клубының мәҙәниәт хеҙмәткәре Милә Солтанова халыҡты тормош мәшәҡәттәренән арындырып, сәнғәт донъяһына сумдырып, кешеләргә шатлыҡ-өмөттәр таратыусы, ижади һәләттәрен асырға ярҙам итеүселәрҙең береһе.
Ул Вәлит ауылында Ләлә һәм Йәғәфәр Ғөбәйҙуллиндар ғаиләһендә Рәмзиә, Фәймә, Дилара апайҙары янында, кинйә ҡыҙыҡай булып үҫкән. Кескәй саҡтан бейергә яратҡан ҡыҙ 11-се класҡа тиклем Вәлит урта мәктәбендә белем ала. Мәҙәниәт өлкәһендә ойоштороусы һөнәрен үҙләштергәс, Вәлит ауылының «Умырзая» балалар баҡсаһында музыкаль етәксе булып хеҙмәт юлын башлай. Артабан Сиҙәм ауылында музыка мәктәбендә 9 йыл эшләгәндән һуң клубҡа эшкә килә.
«Ауыл клубында эш башлағас та бик тәжрибәле етәксе, мәҙәни ойоштороусы Миңниса Сәлимйән ҡыҙы менән эшләнем. Ул хәҙер хаҡлы ялда, әммә кәңәштәре әле лә донъяуи. Ремонттан һуң асылған ауыл мәҙәниәт йортонда ҡыйынлыҡтар ҙа юҡ түгел. Айырыуса костюмдарҙың етмәүе күңелде ҡыра. Был яҡтан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Мөнир Иҫәнгилдин матди ярҙам бүлеп, ағинәйҙәргә сағыу костюмдар алырға мөмкинлек бирҙе», – ти әңгәмәсем.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 12-се һанында уҡығыҙ.