МӘҘӘНИӘТ
28 Март , 11:42

Бәйге ағалы-ҡустылы Моратовтарҙың ижадына арналды

Йөрәктән йөрәктәргә күсер әһәмиәтле сара тураһында булыр яҙмам. Йылайыр районы Ҡашҡар мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә билдәле шәхестәребеҙ –  Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған шағир, журналист, тәржемәсе Төхфәт Мораттың тыуыуына 120 йыл, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, педагог, журналист, яҙыусы Әмир Моратовтың тыуыуына 100 йыл  тулыуына арналған йыр һәм шиғыр конкурсы уҙғарылды.

Сара Зарифа Юламанова башҡарыуында «Түңгәүер» йыры менән асылды. Мәктәп уҡыусыларының ағалы-ҡустылы Моратовтарҙың шиғырҙарын яттан тасуири һөйләүе, сағыу тамашаны сәхнәләштереүе бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Мәҙәниәт йорто тематик яҡтан зауыҡлы биҙәлгән ине.  Ҡашҡар ауылы музейы етәксеһе Мәҙинә Нәҙерғолова һәм Хәйбулла районы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рәзилә Байғусҡарова ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр ойошторҙо. Рәзилә Фазулла ҡыҙы «Шағир, уҡытыусы, һалдат» тип исемләнгән күргәҙмә менән ентекле таныштырып, Аҡъяр ауылы музейында Төхфәт Морат тураһында байтаҡ мәғлүмәттәр, тарихи материалдар һаҡланыуы тураһында һөйләне.  1936 йылдан 1942 йылға тиклем Төхфәт Фәттәхетдин улы Хәйбулла районы мәғариф бүлегендә инспектор, Аҡъяр урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, директор урынбаҫары булып эшләгән. Шул дәүерҙәге уның тормошо тураһында фотолар, шәхес тураһында коллегаларының, уҡыусыларының  яҡты хәтирәләре һаҡланған. Уның тураһында уҡыусыларҙың тикшеренеү эштәре, йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуын дәлилләгән материалдар, шиғырҙары тупланған. Быҙаулыҡ,  Аҡъяр һәм Өфө ауылдары мәктәптәре уҡыусыларының Төхфәт Морат  һуңғы төйәк иткән ерҙән – Латвиялағы Курсиши мәктәбе уҡыусылары менән яҙышҡан хаттар ҙа һаҡланған.

Аҡъярҙан килгән ҡунаҡ Зөһрә Аллабирҙе ҡыҙы Моратовтарҙың педагогик династияһы тураһында төплө мәғлүмәттәр еткерҙе. Әйткәндәй, ул ошо темаға арналған эше менән 2018 йылда  «Педагогик династия» конкурсында 2-се дәрәжә дипломына лайыҡ булды.

 Әмир Моратовтың видео яҙмаһында ялҡынлы шиғырҙарын тыңлап алғандан һуң Төхфәт һәм Әмир Моратовтарҙың шиғырҙарын, йырҙарын башҡарыусылар конкурсына ла сират етте.

Һөҙөмтәлә бәйгелә Люциә Һеләүһенова (Сидоровка ауылы) еңеү яулаһа, Искәндәр Бураншин (Матрай) – 2-сене, ә Раушания Яҡшыбаева (Байғужа) 3-сө урынды алды. Бәйгеселәр спонсорҙарҙан – Моратовтарҙың вариҫтарынан ҡиммәтле бүләктәр менән тәбрикләнде.

Барыһы ла мәртәбәле бәйгене юғары кимәлдә ойоштороуҙары өсөн Ҡашҡар ауыл биләмәһе хакимиәте һәм  мәҙәниәт үҙәге хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе. Изге рамаҙан айында шәхестәребеҙҙе хәтергә алып, ижадтарын өйрәнеү, ҙурлау һәм улар нигеҙендә киләсәк быуынға лайыҡлы тәрбиә биреү быуындар бәйләнеше өсөн бик тә мөһим. 

Гөлнур Сәйетова.

Йылайыр районы Япарһаҙ ауылы.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас