Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Март , 10:31

Хәйбуллалар Ырымбурҙа

Хәйбулла районы Ырымбур өлкәһенең Медногорск ҡалаһында сығыш яһаны!

Хәйбуллалар Ырымбурҙа
Хәйбуллалар Ырымбурҙа

Медногорск ҡалаһының "Юбилей" мәҙәниәт һарайы Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге йылы сиктәрендә күрше өлкә һәм республикалаларҙан ҡунаҡтар ҡаршыланы. Медногорск ҡалаһының милли берләшмәләре берләшеп яҙғы ҡояш торошо байрамы «Науруз»ды үткәрҙе.
Аҡъяр мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре оҫталыҡ дәрестәре, сәнғәт мәктәбе эштәре күргәҙмәһе, фотозона менән милли кейем күргәҙмәһе, балды тәмләп ҡарау һәм милли биҙәүестәр менән сауҙа итеүҙе ойошторҙо. Сәхнәлә һәм фойела ҡуйылған тирмәләр сағыу биҙәүестәр булып торҙо.
Дәртле милләттәштәребеҙ фойела ҡунаҡтарҙы ҡаршы алған виртуоз, "Ҡайтауаз" халыҡ гармунсылар ансамбленең етәксеһе Ғәлимйән Ултраков ҡулындағы баянға ҡушылып бейенеләр. Байрам концертын Медногорск ҡалаһы башлығы Сергей Рожков һәм мәҙәниәт бүлеге начальнигы С.А.Шипеленко асып ебәрҙе.
Матур концерт номерҙары менән концерт программаһын Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы мәҙәниәт йорто коллективтары, Ейәнсура районы мәҙәниәт йорто солистары, Орск ҡалаһының "Шашу" халыҡ ҡаҙаҡ ансамбле, Гай ҡалаһының "Серҙәштәр" бейеү коллективы биҙәне.

 

Сығанаҡ: район хакимиәте

Автор:
Читайте нас