Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Март , 00:19

Иң шәп йырсылар билдәләнде

“Алтын микрофон” район ир-егеттәр вокаль шоу-конкурсының финалы уҙҙы.

Иң шәп йырсылар билдәләнде
Иң шәп йырсылар билдәләнде

Район мәҙәниәт йортонда “Алтын микрофон” район ир-егеттәр вокаль шоу-конкурсының финалы уҙҙы. Конкурс ике турҙа уҙып, йыр-моңға ғашиҡ ир-егеттәр үҙ һәләттәрен күрһәтте һәм 14 бәйгесе финалға сыҡты.

Финалда конкурста ҡатнашыусылар тамашасыларҙы моңло һәм дәртле йырҙары менән әсир итте. Һәр конкурсанттың сығышы көслө алҡыштар менән оҙатылды. Шулай итеп ир-егеттәр байрам алдынан ҡатын-ҡыҙҙарға матур бүләк яһаны.

Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Гран-приға Аҡъяр ауылынан Ришат Ильясов лайыҡ булды. 1-се урынды Мәмбәттән Илгизәр Ҡарабаев, 2-се урынды Татыр-Үҙәктән Зөфәр Нарбутин һәм 3-сө урынды Йәнтеш ауылынан Айрат Иштанов яуланы.

Ҡалған бәйгеселәр төрлө номинацияларҙа билдәләнде һәм бүләктәр тапшырылды.

Иң шәп йырсылар билдәләнде
Иң шәп йырсылар билдәләнде
Автор: Разиля Байгускарова
Читайте нас