Бәйге йәштәр араһында ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, ғаиләнең йәмғиәттәге әһәмиәтен һәм абруйын күтәреүгә, ғаилә традицияларын һаҡлау һәм үҫтереүгә, уларҙы ижади үҫешкә ылыҡтырыуға һәм ғаиләнең берҙәм ялын популярлаштырыуға йүнәтелде.
Районда халҡыбыҙҙың иң күркәм сифаттарын сағылдырған, милли рухта балалар тәрбиәләгән, туған телен, моңон һөйгән, күркәм һәм ныҡлы ғаиләләр бихисап. Шундай өлгөлө биш ғаилә «Утарбай менән Ҡанышбикә» ғаилә парҙарының район бәйгеһендә көс һынашты.
Утарбай менән Ҡанышбикә. Кемдәр һуң улар?
Утарбай Торомтаев – 25 йыл Ырымбур губернаһының Орск ҡәлғәһендә хеҙмәт итә, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашып, 1-се Башҡорт полкы составында һуғышҡан. Яуҙа полк хәҙрәте вазифаһын үтәй. «1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡаны өсөн», «Парижды алғаны өсөн» көмөш миҙалдары менән наградланған. Хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Утарбай ауылына нигеҙ һалған, үҙ аҡсаһына ауылда мәсет һәм мәҙрәсә төҙөткән. Ҡатыны Ҡанышбикә сығышы менән Ейәнсура районы Ҡаҙанболаҡ ауылынан. Өс ул тәрбиәләп үҫтереп, барыһына ла белем биргәндәр. Һөйөүҙә һәм татыулыҡта бәхетле оҙон ғүмер кисергәндәр.
Һәр ғаилә «Ғаиләм-ҡәлғәм», «Ғаиләмдең яратҡан милли ризығы», «Этнокейем», «Йөрәк һүҙе» һәм «Дуҫлыҡ» тип аталған һынауҙарҙы уңышлы үтте.
Бәйге йомғаҡтары буйынса «Утарбай менән Ҡанышбикә» ғаилә парҙарының район бәйгеһенең Гран-при дипломына Бүребай ауылынан Илмир һәм Зөлфирә Азаматовтар ғаиләһе лайыҡ булды.
I урын Аҡъяр ауылынан Ришат һәм Гүзәл Ильясовтар ғаиләһенә бирелһә, II урын Аҡъяр ауылынан Ильнур һәм Ильнара Аптиковтар һәм Ҡараһыу ауылынан Йәмил һәм Альбина Ҡоҙашевтар ғаиләләре бүлеште.
«Йылдың йәш ижади ғаиләһе» номинацияһы менән Аҡъяр ауылынан Буранбай һәм Наҙгөл Исҡужиндар ғаиләһе бүләкләнде.
Сараны район мәҙәниәт йорто, Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе һәм үҙешмәкәр артистарының сағыу номерҙары биҙәне.