Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
24 Февраль , 21:37

AY YOLA төркөмөнөң «Ай, былбылым» йырына клибын 2 миллион тапҡыр ҡарағандар

AY YOLA төркөмөнөң һәм танылған йырсы Алһыуҙың «Ай, былбылым» йырына клибын ике миллион тапҡыр ҡарағандар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, премьера 7 ғинуарҙа уҙҙы.

AY YOLA төркөмөнөң «Ай, былбылым» йырына клибын 2 миллион тапҡыр ҡарағандар
AY YOLA төркөмөнөң «Ай, былбылым» йырына клибын 2 миллион тапҡыр ҡарағандар

Клип беренсе көндә үк юғары баҫҡыстарға күтәрелде һәм Рәсәйҙең музыкаль трендтары иҫәбенә инде. Кадрҙа Алһыу һәм AY YOLA төркөмө йырсыһы Адель Шәйхетдинова стилләштерелгән башҡорт костюмдарында. Ә музыкант Ринат Рамаҙанов 1500 баш аттан торған өйөр араһында оҫта итеп ҡурайҙа уйнай. Тамашасыларҙы клиптағы йылҡыларҙың ысынмы-юҡмы икәне ҡыҙыҡһындыра ине.  Ысынында иһә был һоҡланғыс кадрҙар – Иглин районында, ҡалған эпизодтар «Өфө муйынсағы»нда төшөрөлгән.

Хеҙмәттәшлек идеяһын төркөмдөң продюсеры Руслан Шәйхетдинов тәҡдим иткән.

«Алһыу менән танышҡас, берлектәге эш тураһында һүҙ сыҡты, ул үҙенең композицияһын минең аранжировкала башҡарырға тәҡдим итте. Мин иһә «Ай, былбылым»ды тәҡдим иттем. Был йырҙы бөтәһе лә белә, күптән төрлө өйҙәрҙә, төрлө телдәрҙә яңғырай», — тип һөйләй Руслан.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-02-24/klip-bashkirskoy-gruppy-ay-yola-i-alsu-nabral-2-milliona-prosmotrov-4590330

 

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Автор:
Читайте нас