Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Февраль , 15:44

Илемде данлай ҡурай

Район мәҙәниәт йортонда Сәйфулла Дилмөхәмәтов исеменә төбәк-ара йәш ҡурайсылар бәйгеһе уҙҙы

Илемде данлай ҡурай
Илемде данлай ҡурай

Балалар араһында үткән бәйгелә Хәйбулла, Йылайыр, Бөрйән, Ейәнсура райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан 70 бәйгесе ҡурайҙа уйнау оҫталығын күрһәтте.

Йыл һайын үткәрелгән бәйге ҡурайҙы пропагандалау, башҡорт халыҡ музыка ҡоралында уйнау оҫталығын үҫтереү маҡсатында үткәрелә. Йәш быуындың ҡурайҙы йәшәтергә, үҫтерергә әҙер булыуы ҡыуандыра. Был юлы ла йәш ҡурайсыларҙың милли һәм тарихи көйҙәребеҙҙе матур башҡарыуы һоҡланыу уятты. Әлбиттә, бында улар менән даими шөғөлләнгән, бәйгегә әҙерләгән етәкселәрҙең дә өлөшө ҙур.

Бәйгелә һәр ҡатнашыусы бар һәләтен күрһәтеп ҡалырға тырышты. Көн дауамында барған бәйгелә бихисап йәш ҡурайсылар араһынан еңеүселәр билдәләнде. Берәү ҙә иғтибарҙан ситтә һәм бүләкһеҙ ҡалманы. 

Бәйгенең Гран-приһына Ейәнсура районынан Ғайса Юланов  лайыҡ булды.

Илемде данлай ҡурай
Илемде данлай ҡурай
Автор: Разиля Байгускарова
Читайте нас