Фильм Башҡортостандың Милли әҙәби музейы фонды материалдары буйынса төшөрөлгән. Режиссерҙары – Гөлсәсәк Саламатова һәм Азат Низаметдинов.
«Был фильм һеҙгә үлемһеҙ йырҙар авторы донъяһына, шул иҫәптән «Шайморатов генерал»ға ишек асыр. Фильмда республикала билдәле артистар ҙа, кескәй йондоҙсоҡтар ҙа төшкән. Уның авторҙары заманса цифрлы реконструкция ысулдары һәм яһалма зиһен ярҙамында уҙған йылдар мөхитен тыуҙырырға тырышты», — тип хәбәр итә сараны ойоштороусылар.
Исем туйы Башҡортостандың «Йәшлек» йәштәр йортоноң конференциялар залында була.
6+