Һиндтарҙың боронғо «Рамаяна» эпосы буйынса «Һинд легендаһы» спектакле Башҡорт ҡурсаҡ театры сәхнәһендә тәүге тапҡыр 1987 йылда (ул саҡта баш режиссер Павел Мельниченко була) ҡуйыла. Спектаклдең художестволы биҙәлеше менән билдәле рәссам Наил Байбурин шөғөлләнә. Был спектакль Һиндостанда өс тапҡыр күрһәтелә.
«Был спектаклде хаҡлы рәүештә тотош республиканың ғорурлығы тип әйтергә мөмкин: ул Башҡорт ҡурсаҡ театрына Һиндостандың Джавахарлал Неру исемендәге дәүләт премияһын алырға. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры бөгөн дә Рәсәйҙә ошо абруйлы награданы алған берҙән-бер театр булып ҡала», — тип белдерҙеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә.