Тамаша залына саҡырылған ҡунаҡтар, бейеүсенең туғандары, тәрбиәләнеүселәре, дуҫтары, коллегалары һәм яҡташтары йыйылды.
Һәләтле хореограф, тиҫтәләгән бейеүҙәр авторы Хөснулла Акилов Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбендә эшләгән дәүерендә «Йондоҙсоҡ» бейеү ансамбленә нигеҙ һала. Сарала һүҙ алған һәр кем Хөснулла Акилов тураһында яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Уның һәләтле бейеүсе, оло йөрәкле һәм нескә күңелле булғанын билдәләп үттеләр.
Тамашасыларҙың һөйөүен һәм ихтирамын яулаған, сәхнәнең сағыу йондоҙо булып балҡыған, милли бейеү сәнғәтен үҫтереүҙә ҙур өлөш индергән Хөснулла Ишбулат улы Акиловтың яҡты рухы, дәртле бейеүҙәре яҡташтарының күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.
Республика, төбәк-ара конкурстарҙа еңеү яулаған, йөкмәткеле бейеүҙәре менән сәхнәләрҙе дер һелкеткән «Йондоҙсоҡ» өлгөлө бейеү ансамбленә һәм уның талантлы етәксеһе Самат Ишемғоловҡа ижади уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ .