

24 ғинуарҙа Яңауыл районына эш сәфәре мәлендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңыртылған балалар сәнғәт мәктәбен ҡараны. Был бинаны ремонтлау “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә башҡарылды. Был учреждение 1987 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан. Унда 26 уҡытыусы эшләй, төрлө йүнәлештәр буйынса 530 бала белем ала – фортепиано, тынлы һәм халыҡ ҡоралдары, хореография, һүрәт төшөрөү.
Яңауылдағы балалар сәнғәт мәктәбен учреждение коллективы 2023 йылдың декабрендә Радий Хәбировҡа тура бәйләнешкә мөрәжәғәт иткәндән һуң 2024 йылда ремонтланылар.
Төҙөүселәр ҡыйығын, фасадын, ингән урынды яҡшы торошҡа килтергән, һыу менән тәьмин итеү, канализация, йылытыу, электр менән тәьмин итеү системаһын яңыртҡан, эргәләге биләмәне төҙөкләндергән. Айырыуса ҙур иғтибар хореография залына бирелгән. Иҙәндәрҙе алмаштырған ваҡытта махсус япма түшәлгән.
Радий Хәбиров оркестр, баян, сәнғәт тарихы, хореография кластарын, тамашасылар залын ҡараны. Мәктәп директоры Ильяс Тимершин ижади коллективтарҙың уңыштары тураһында һөйләне. Мәҫәлән “Йондоҙсоҡ” ансамбле 2025 йылда Ҡытайҙа “Алтын майҙан” халыҡ-ара фестивалдә лайыҡлы сығыш яһаған.
- Балаларҙың хәҙер ниндәй шарттарҙа шөғөлләнеүен күреп күңел һөйөнә, - тине Радий Хәбиров. – Беҙ йыл һайын бер-ике ошондай объектты ремонтларға тырышабыҙ. Быйыл Үрге Ҡыйғыла балалар сәнғәт мәктәбе төҙөлөшөн башларға торабыҙ – унда бик ныҡ көтәләр.
Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы/