Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Ғинуар , 23:23

«Башҡортостандың этно-һылыуҡайы» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Өфөлә «Башҡортостандың этно-һылыуҡайы-2026» матурлыҡ һәм талант конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы.

«Башҡортостандың этно-һылыуҡайы» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
«Башҡортостандың этно-һылыуҡайы» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Кастингта 16 йәштән 23 йәшкә тиклемге төрлө милләт вәкилдәре ҡатнаша ала. Ҡыҙҙарға төп талаптар: тәбиғи сибәрлек һәм һөйкөмлөлөк; үҙ халҡыңдың традицияларын белеү; сәхнә мәҙәниәте; матур итеп фотоға төшә белеү; 170 сантиметрҙан кәм булмаған күркәм-буй һын; этикаға тап килмәгән фото/видео булмауы.

Конкурсты Һылыуҡай-BashBeauty студияһы ойоштора. Ҡатнашыусылар анкеталарын һәм ғаризаларын 1 февралгә тиклем тапшырырға тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-01-23/v-ufe-prinimayutsya-zayavki-na-konkurs-etno-krasa-bashkortostana-2026-4547822

       Автор: Ләйлә Аралбаева
Автор:
Читайте нас