Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Ғинуар , 22:11

Өфөлә #Өйҙә студенттар фестиваленең хедлайнерҙары билдәле булды

Республикала тыуып үҫкән, әле илдең төрлө юғары уҡыу йорттарында уҡыған яҡташтарыбыҙ бергә йыйыла.

Өфөлә #Өйҙә студенттар фестиваленең хедлайнерҙары билдәле булды
Өфөлә #Өйҙә студенттар фестиваленең хедлайнерҙары билдәле булды

Республикабыҙҙағы йәки унан ситтәге юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәрҙе #Өйҙә студенттар фестиваленә саҡыралар. Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте министрлығы әүҙем аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу һәм танышыуҙар вәғәҙәләй. 30 ғинуарҙа теләгән һәр кемде баш ҡаланың Көрәш һарайында көтөп ҡалалар. Теркәлеү 21 ғинурҙа тамамлана.

Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы артистар, йырсылар һәм диджейҙарҙың сығыштары көтә. Сараның хедлайнерҙары – Рәсәй йырсыһы, йырҙар авторы Фогель. Шулай уҡ сәхнәлә BABY Ti псевдонимы менән билдәле Арыҫлан Тимеров, DJ VITA SAMURАЙ һәм башҡалар сығыш яһай.

Бынан алдараҡ Башинформ республика колледждарында тәрбиә эше тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-01-21/izvestny-hedlaynery-studencheskogo-festivalya-doma-v-ufe-4544828

      Автор: Наталья Овчарук
Автор:
Читайте нас