Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Ғинуар , 14:04

Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов – «Голос» шоуы остазы

Был аҙнала Беренсе каналда «Голос» телешоуының сираттағы миҙгеле башлана. Жюри ағзалары араһында яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов та бар, ул иһә өлкәндәр конкурсы остазы креслоһында Хибла Герзмаванан ҡала икенсе опера йырсыһы.

Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов – «Голос» шоуы остазы
Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов – «Голос» шоуы остазы

«Грэмми» премияһы лауреаты, Рәсәйҙең халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов менән бергә жюри составында Анна Асти, Пелагея һәм Владимир Пресняков эшләй.

«Тауыш – нескә эш, тере һәм һәр ваҡыт һүҙҙәргә ҡарағанда күберәк һөйләй. Бергәләп тыңларбыҙ, һайларбыҙ, бәхәсләшербеҙ, ҡыуанырбыҙ»,  тип яҙҙы Илдар Абдразаҡов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һәм фотоһүрәттәр менән уртаҡлашты.

Федераль каналда тәүге тапшырыу йома, 23 ғинуарҙа, эфирға сыға.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-01-20/narodnyy-artist-bashkirii-ildar-abdrazakov-stal-nastavnikom-v-shou-golos-4543148

Фото: Илдар Абдразаҡов / социаль селтәрҙәр
 
Автор: Ләйлә Аралбаева
Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов – «Голос» шоуы остазы
Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов – «Голос» шоуы остазы
Автор:
Читайте нас