Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Ғинуар , 16:18

AY YOLA төркөмө яңы йылда беренсе наградаһын алды

Башҡортостандың AY YOLA төркөмө сираттағы абруйлы наградаға лайыҡ булды.

Музыканттар үҙҙәренең телеграм-каналында 2026 йылдың башында премия алыуы тураһында хәбәр итте.

Өфөнән талантлы музыканттар Рәсәйҙең этник музыка премияһына лайыҡ булды. Улар «Йыл ҡаҙанышы» номинацияһында еңеү яуланы.

Башинформ Өфөнән AY YOLA төркөмөнөң интернетта иң популяр этник төркөмгә әүерелеүе тураһында ла яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-01-20/bashkirskaya-gruppa-ay-yola-poluchila-pervuyu-nagradu-v-novom-godu-4543493

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
 
Автор:
Читайте нас