Солистар һәм ансамблдәр халыҡ йыры, халыҡ бейеүе, халыҡ музыка ҡоралдары һәм традицион мәҙәниәт кеүек номинацияларҙа халыҡ ижадын күрһәтә.
III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына әҙерлек тулы көскә бара, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән. Эш кәңәшмәһендә күләмле сараны ойоштороу һәм үткәреүҙең төп мәсьәләләре тикшерелде. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Фольклориаданы уңышлы үткәреүҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелгән әҙерлек этаптарын, бурыстарҙы бүлеүҙе һәм сараларҙы ентекле ҡараны.
Саралар форматы, ижади өлөштән тыш, йәмәғәтселек һәм дәүләт власы вәкилдәре ҡатнашлығында белем биреү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен һәм фекер алышыу майҙансыҡтарын үҙ эсенә ала. Фестивалде асыу һәм ябыу тантаналары, ҡатнашыусыларҙың Башҡортостан етәкселеге менән ижади осрашыуҙары, ҡатнашыусылар парады һәм дуҫлыҡ әйлән-бәйләне иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар булмаҡсы. 2026 йылда Балалар фольклориадаһы өсөнсө тапҡыр үткәрелә.