Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
16 Ғинуар , 22:29

Өфөнән йәш баянсы халыҡ-ара конкурста еңеү яуланы

Талантлы яҡташыбыҙҙың еңеүе тураһында баш ҡаланың Киров районы башлығы Илвир Нурдәүләтов хәбәр итте.

Өфөнән йәш баянсы халыҡ-ара конкурста еңеү яуланы
Өфөнән йәш баянсы халыҡ-ара конкурста еңеү яуланы

«Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Вилдан Хөрмәтуллин Түбәнге Новгородта үткән 28-се «Волга сувенирҙары» халыҡ-ара конкурсында уңышлы сығыш яһаны һәм II дәрәжә лауреат булды. ️Вилданды һәм уның уҡытыусыһы Айнур Искәндәровты лайыҡлы награда менән ихлас ҡотлайым. Һеҙҙең хеҙмәт һәм талант йәнә яҡшы һөҙөмтә бирҙе. Яңы еңеүҙәр һәм ижади уңыштар теләйем», — тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе Илвир Нурдәүләтов.

Әйткәндәй, 2008 йылда булдырылған «Волга сувенирҙары» проекты киң экскурсия программаһы менән берләштерелгән абруйлы халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестиваль-конкурстары системаһына инә. Конкурс миҙгеле дауамында донъяның төрлө ҡалаларында фестиваль-конкурстар үткәрелә. I дәрәжә лауреаттар «АртКон» суперфиналында ҡатнаша.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-01-16/yunyy-bayanist-iz-ufy-pobedil-v-mezhdunarodnom-konkurse-4538666

 

           Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас