Республиканың билдәле артистары ни өсөн тап ошо һөнәрҙе һайлауы һәм кем ул артист тигән һорауға яуап бирҙе. Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары Нәзифә Ҡадирова, Ғәли Алтынбаев һәм Илдар Абдуллин үҙҙәренең сәхнәгә илткән юлдары һәм ижади яҙмыштары хаҡында һөйләне.
«Үҙемде белә-белгәндән бирле йырлайым. Мәктәптә, ауыл клубында, бер һүҙ менән әйткәндә, бөтә ерҙә. Һәр ваҡыт йырсы булырға хыялландым. Беҙҙең заманда малайҙар – космонавт, ә ҡыҙҙар артист булырға хыяллана ине, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадирова. – Йырсы булып китеүемә һис ҡасан да үкенмәнем, әммә ижадымдың башында, үҙ йырымды, репертуарымды тапҡансы шикләнеүҙәр булды. Үҙемде төрлө жанрҙа һынап ҡараным: романстар, опера, рок, хатта попса... Әммә мин үҙ репертуарымды таптым — ул эстрада классикаһы. Күп композиторҙар тап минең өсөн, минең тауышым өсөн яҙҙы. Мәҫәлән, Салауат Низаметдинов минең өсөн рок-опера ижад итте».
Артист – кешеләрҙең күңелен дауалаусы, тип иҫәпләй йырсы.
Башҡортостандың халыҡ артисы, аккомпаниатор-концертмейстер Ғәли Алтынбаев дүрт йәшенән үк гармунда уйнай башлауы хаҡында һөйләне.
«Аллаһтың мине ошо юлға төшөрөүенә шатмын. Бер саҡта ла үкенгәнем булманы. Миңә 69 йәш, әммә һаман да биш йәштәмен һәм яратҡан уйын ҡоралымда уйнарға өйрәнәм кеүек. Көн дә шөғөлләнергә тырышам. Олоғая барған һайын музыкаға ынтылыш арта. Бөгөн мин Аллаһ үҙе мине ошо юлға төшөргәнен аңлайым. Һаман да эҙләнәм, — тине Ғәли Алтынбаев. — Артист – йөрәге менән тойған, музыка аша иларға һәләтле кеше ул».
Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, «Тауыш» телепроектында ҡатнашыусы, «Яңы йондоҙ» һәм «Йәшлек-шоу» проекттары финалисы Илдар Абдуллин сәхнә тураһында түгел, ә футболсы, һуңынан водитель булырға хыялланыуы, әммә бала саҡтан йырлауы, сәхнәне яратыуы хаҡында һөйләне.
«Бер ваҡыт йыр түңәрәгенә йөрөй башлағайным, үҙемә оҡшап китте. Беҙ шәп номерҙар ҡуйҙыҡ, концерттар менән сығыш яһаныҡ. Мәктәптән һуң кем булырға тип уйланған саҡта дуҫыма иптәшкә тип йыр конкурсында ҡатнашырға булдым. Әгәр еңһәм, музыка колледжына уҡырға барырға ҡарар иттем. Мин еңдем. Быны бәхетле билдә итеп ҡабул иттем! Тау йүнәлеше буйынса белем алаһы урынға билдәһеҙлекте һайланым. Мине унда бер кем дә көтөп торманы, әммә мин уҡырға индем һәм ошо эшкә ғашиҡ булдым!»
https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-01-16/v-bashkirii-vpervye-otmetyat-den-artista-4538355