Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
15 Ғинуар , 14:11

Өфөлә Башҡорт драма театры актерының тәүге китабы донъя күрҙе

Башҡорт дәүләт драма театры актеры Морат Рафиҡовтың «Ҡош юлынан ҡайтырмын» исемле тәүге китабы донъя күрҙе. 

Өфөлә Башҡорт драма театры актерының тәүге китабы донъя күрҙе
Өфөлә Башҡорт драма театры актерының тәүге китабы донъя күрҙе

Башҡорт телендәге йыйынтыҡ З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыҡты.

Унда актерҙың «Һуңғы төйәк», «Позывнойы — Кәкүк», «Гармун моңо», «Ҡош юлы», «Сихыр» исемле хикәйәләре тупланған.

«Махсус әҙәби белемем юҡ. Спектакль уйнап ҡайтҡандан һуң йоҡо алмаған саҡтарҙа күңел ҡушыуы буйынса яҙырға ултырам», — ти актер.

Морат Рафиҡов — «Йөрәк һүҙе» телевизион шиғриәт конкурсы лауреаты (II урын, 2019). 2014 йылдан театрҙа эшләй.

Бынан алдараҡ Башинформ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының 150 йыллығына арналған федераль сараларҙа ҡатнашыуы тураһында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-01-15/v-ufe-vyshla-v-svet-pervaya-kniga-aktera-bashdramteatra-4537945

Автор: Ләйлә Аралбаева
Автор:
Читайте нас