Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
14 Ғинуар , 21:39

Фирҙәүес Хисаметдинова хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асылды

14 ғинуарҙа Өфөлә  филология фәндәре докторы, тел белгесе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Фирҙәүес Хисаметдинова хөрмәтенә ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды.

Фирҙәүес Хисаметдинова хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асылды
Фирҙәүес Хисаметдинова хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асылды

Исеме бөтә төрки донъяһына танылған башҡорт ғалимәһе фән менән генә шөғөлләнмәне, халҡының аҫыл ҡыҙы, йәмәғәт эшмәкәре, яуаплы вазифалар биләгән абруйлы шәхес булараҡ та танылды. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 1-се саҡырылыш депутаты, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының почетлы профессоры – бына ул яулаған бейеклектәрҙең юғары нөктәләре.

Әбйәлил районы Рәхмәт ауылы ҡыҙы 1974 йылда БДПИ-ны тамамлай һәм 1985—1995 йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһын етәкләй.
Таҡтаташ асыу тантанаһында Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының яҡты хәтерен иҫкә алырға килгән замандаштары, туғандары, хеҙмәттәштәре, студенттары, яҡташтары – “Әбйәлил яҡташтар ойошмаһы” ағзалары ҡатнашты. Сараны БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Аҡмулла университеты ректоры Салауат Сәғитов асты.

"Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының арабыҙҙан иртә китеүе йәл. Балаларын, ейәндәрен тәрбиәләүҙә лә, башҡорт телен популярлаштырыуҙа күпте эшләй алыр ине. Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы менән бергә эшләнек, яҡшы аралаштыҡ, уртаҡ маҡсат менән яндыҡ. Ул беҙҙең университеттың башҡорт филологияһы факультетының тәүге деканы булды, бик талапсан һәм яуаплы кеше ине. Республика мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеүҙе һәм уны Башҡортостанда дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы ҡайғыртып йәшәне ул. Урыҫлашҡан милләттәштәребеҙгә телебеҙҙе өйрәтеү өсөн дәреслектәр, методик ҡулланмалар төҙөгән тәүге автор һәм методистарҙың береһе лә Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы. Күптән түгел уҡыу йортобоҙҙа уның хөрмәтенә аталған тамаша залы астыҡ. Киләсәктә йәш быуын абруйлы шәхестәребеҙҙе белеп, уларҙан өлгө алып үҫһен өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ", – тине ул сығышында.

Артабан һүҙҙе Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин алды. Ул Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының Башҡортостан Республикаһында рәсми телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһын эшләүҙә һәм формалаштырыуҙа ныҡлы фәнни нигеҙ һалыуын билдәләне. Ул республиканың мәғариф ветерандарына төбәктә күренекле мәғариф эшмәкәрҙәре хаҡындағы иҫтәлекте мәңгеләштереү буйынса дауамлы эштәре өсөн рәхмәтен белдерҙе.

Мемориаль таҡтаташ ҡуйыу кәрәклеген элекке уҡытыусы, Башҡортостандың мәғариф ветерандары советы рәйесе, республиканың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фәниә Ҡаҙыхан ҡыҙы Әсәҙуллина күтәреп сыҡҡан. Таҡтаташ асыу тантанаһында ул Фирҙәүес Хисаметдинованың Башҡортостан фәнен һәм мәғарифын үҫтереүгә индергән ғәйәт ҙур өлөшөн билдәләне: "Беҙ уның менән ғорурланабыҙ, ул ҡалдырған ҙур мираҫ өсөн рәхмәтлебеҙ, хәҙер Башҡортостанда һәм сит илдәрҙә ул мираҫ ентекле өйрәнелә. Уның иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн бик күп эштәр башҡарылды, был йүнәлештә беҙгә ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт белдерәбеҙ", – тине Фәниә Ҡазыхан ҡыҙы.

Фирҙәүес Хисаметдинова етәкселегендә фән үрҙәрен яулаған уҡыусылары исеменән филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәт ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина сығыш яһаны. "Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы башҡорт телен бөтә донъяға танытты. Бик күп мәсьәләләр буйынса бергә эшләнек. Пландар ҙур ине. Ул күрһәткән юлды беҙ, уның уҡыусылары, дауам итербеҙ”, – тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.

Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының улы Тимур Мөхтәров әсәһе хаҡында яҡты иҫтәлектәре менән бүлешеп, мемориаль таҡтаташ ҡуйыу башланғысы менән сығыш яһаусыларға һәм тантанаға йыйылыусыларҙың барыһына ла оло рәхмәтен белдерҙе.
Сара аҙағында мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалынды.

Гөлназ ҠОТОЕВА.

Әлиә Кәшәфетдинова фотолары.

Фирҙәүес Хисаметдинова хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асылды
Фирҙәүес Хисаметдинова хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асылды
Автор:
Читайте нас