Саралар уның тыуған ерендә — Тәтешле районында башланды, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.
Юбилейға бағышланған саралар төрлө район, ҡала вәкилдәре, дин белгестәре, яҙыусылар, тарихсылар, тел белгестәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл менән асылды. Һуңынан сара билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән бергә майҙанда дауам итте.
«200 йыл элек йәшәгән яҡташыбыҙҙың берҙәмлеккә, белемгә, рухи үҫешкә саҡырыусы һүҙҙәре бөгөн дә көнүҙәк», — тине Урал Килсенбаев.