Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Ғинуар , 13:04

AY YOLA төркөмө Алһыу менән төшөргән «Ay, bylbylym» клибын күрһәтте

7 ғинуарҙа интернет-платформаларҙа «Ay, bylbylym» клибының премьераһы булды. Йырҙы популяр AY YOLA төркөмө йырсы Алһыу менән бергә башҡара. Халыҡ йыры Рәсәйҙә трендҡа әйләнде һәм юғары баҫҡыстарға күтәрелде.

AY YOLA төркөмө Алһыу менән төшөргән «Ay, bylbylym» клибын күрһәтте
AY YOLA төркөмө Алһыу менән төшөргән «Ay, bylbylym» клибын күрһәтте

Стилләштерелгән башҡорт милли костюмдары кейгән Алһыу һәм AY YOLA солистары йылға буйында, ҡышҡы урманда һәм тауҙарҙа йырлай. Клипты бүрәт режиссеры Баяр Барадиев етәкселегендәге ижади төркөм 14-16 декабрҙә Башҡортостанда, шул иҫәптән Өфө муйынсағы биләмәһендә, «Аҫылмалы таш»та төшөргән.

«Ай, былбылым» башҡорт халыҡ йыры Башҡортостанда һәм Татарстанда киң билдәле. Ҡазан университетының этнографик экспедицияһы был йырҙы 1913 йылда Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙендә тыуып үҫкән башҡорт Солтанғәлиевтан фонографҡа яҙып алған, һуңынан ул М.И. Бергтың «Һигеҙ татар-башҡорт йыры» йыйынтығында баҫылып сыҡҡан.

Яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов был йырҙы Өфөлә үҙенең I Халыҡ-ара музыка фестивален асыу тантанаһында башҡарҙы. Башҡорт эстрадаһында уны Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов, шулай уҡ Рәсәйҙең халыҡ артистары Ренат Ибраһимов, Илһам Шакиров, йәш йырсылар Динә Ғарипова, Сәйҙә Мөхәмәтйәнова һәм башҡалар йырлай. 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-01-08/sovmestnyy-klip-bashkirskoy-gruppy-ay-yola-i-alsu-popal-v-trendy-4531180

 

      Автор: Ләйлә Аралбаева
Автор:
Читайте нас