Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
5 Ғинуар , 11:13

Хәйбулла районы Өфө ауылынан һәүәҫкәр яҙыусы Әнүзә Гәрәеванан шиғри күстәнәс

Республика кимәленә сыҡмаһа ла, тыуып-үҫкән, килен булып төшкән ерендә йәшәп, ялҡынлы йөрәк хистәрен аҡ ҡағыҙға төшөрөүсе һәләтле һәүәҫкәр яҙыусыларыбыҙ ҙа байтаҡ. Шуларҙың береһе Өфө ауылынан һәүәҫкәр яҙыусы Әнүзә Гәрәева. Уның ихласлыҡ менән һуғарылған шиғри күстәнәсенән ауыҙ итегеҙ.

Бурандарым

Өйөрөлтмә буран кеүек,

Өйөрөлөп үтә ғүмерҙәр.

Беҙ күрәһе күрәсәктәр,

Алдыбыҙға килерҙәр.

Өйөрөлтмә бурандарҙы,

Баҫтырып етеп булмай.

Үҙеңә яҙған яҙмыш юлын,

Үҙгәртеп үтеп булмай.

Өйөрөлтмә бурандарым,

Туҡтағыҙсы саҡ ҡына.

Үҙем дә белмәйем, ҡайҙалыр

Күңелкәйем ашҡына.

Эй, бурандар, бурандарым,

Ғүмерем бурандары,

Бирегеҙ миңә ҡыштарҙың,

Шатлыҡҡа тулғандарын. Әнүзә Гәрәева.

 

Аҡ бураным

Һаумы, һаумы, аҡ бураным,

Һағынып көттөм һине,

Һин дә, ахыры, һағынғанһың

Битемдән үптең мине.

Эшең күп: ялан, ҡырҙарҙы

Аҡ юрғанға төрөрһөң.

Тәҙрәләргә биҙәк эшләп,

Төн йоҡламай йөрөрһөң.

Ағастарҙың иңдәренә

Мамыҡ шәлдәр ябырһың,

Ҡар бөртөгө менән бергә

Йондоҙ булып яуырһың.

Балалар сана шыуһын, тип

Бейек тауҙар өйөрһөң,

Үҙең дә, шуҡ бала кеүек,

Һыҙғырырһың, көлөрһөң.

Бер туҡтауһыҙ елеп йөрөп,

Ҡыш үткәнсе арырһың,

Йылы яҙҙар килгәс кенә

Һин йоҡоға талырһың. Әнүзә Гәрәева.

 

Аҡ донъя

Тәбиғәттең шундай хозур мәле

Ап-аҡ ҡарға күҙҙәр ҡамаша.

Аҡ селтәрҙең ергә түшәлеүен,

Ҡарап тороу үҙе бер тамаша.

Күңелдәргә бөтмәҫ шатлыҡ биреп,

Аяҡ аҫтында аҡ ҡар шығырлай.

Әйтерһең дә ошо бөртөктәрҙең,

Һәр береһе сихри йыр йырлай.

Ябалаҡлап яуған мамыҡ ҡарҙар

Бөтә ерҙе аҡҡа сорнаны.

Ҡыштар үтеп, йылы яҙҙар еткәс,

Күңел һағыныр ап-аҡ донъяны. Әнүзә Гәрәева.

Автор:
Читайте нас