Төп съемкалар Алматы янындағы ҙур булмаған Текели ҡалаһында алып барыла. Эш процесына 70-тән ашыу кеше йәлеп ителгән. Төп ролдәрҙә мәктәп уҡыусылары, шулай уҡ билдәле театр һәм кино актерҙары уйнай.
Фильмдың режиссеры — Рабиға Абилпатта, сценарисы — Бекзат Мырзахмет, продюсерҙары — Жадыра Скабыл һәм Дархан Балажанов, башҡарма продюсеры — Жансерик Сапарбай.
—Мин был китап менән осраҡлы ғына таныштым, баҡтиһәң, улым класс менән мәктәптә уҡыған. Һәм ул был әҫәрҙән шул тиклем ныҡ тәьҫирләнә. Улымдың кәңәше буйынса мин дә был китапты уҡыным. Был әҫәрҙең ниндәй ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуын аңлап, мин фильм төшөрөү теләге менән янып киттем, — тип билдәләне фильмдың продюсеры Жадыра Скабыл, ул күп кенә популяр ҡаҙаҡ фильмдары һәм сериалдары төшөрөү менән шөғөлләнә.
Фильмдың киң прокатка сығыуы 2026 йылда планлаштырыла. Һәм был һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙән ситтә башҡорт яҙыусыларының әҫәре буйынса төшөрөлгән тәүге кино буласаҡ.
Башҡорт яҙыусыһының ижады Ҡаҙағстанда яҡшы билдәле. Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» 10 тапҡыр ҡаҙаҡ телендә яңынан нәшер ителә. Шулай уҡ авторҙың «Әкиәтһеҙ бала саҡ», «Урам балалары», «Алдаҡсы», «Ҡошҡа әйләнермен мин» китаптары Ҡаҙағстанда тәржемә ителә һәм нәшер ителә. Айгиз Баймөхәмәтовтың ҡаҙаҡ телендә нәшер ителгән китаптарының дөйөм тиражы 100000 дананан ашып китә.
Авторҙың әҫәрҙәре мотивтары буйынса Ҡаҙағстан театрҙарында: И. Станиславский исемендәге Ҡарағанды рус драма театрында. К.Жандарбеков исемендәге Жетисай драма театрында (Төркөстан өлкәһе), Ж.Шанин исемендәге Шымкент академия театрында, Күксәтау, Тараз ҡалаларының Йәштәр театрҙарында спектаклдәр ҡуйыла. 2024 йылда Айгиз Баймөхәмәтовҡа «Ҡаҙағстандың Почетлы яҙыусыһы» исеме бирелә.
фото:Башҡортостан Яҙыусылар союзы