МӘҘӘНИӘТ
12 Декабрь 2025, 08:26

Ауылға – клуб, батырҙарға – һәйкәл!

Подольск ауылы халҡы өсөн бөгөн икеләтә ҡыуаныслы булды: бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған һәйкәл һәм күркәм мәҙәниәт йорто асылды.

Ауылға – клуб, батырҙарға – һәйкәл!Ауылға – клуб, батырҙарға – һәйкәл!
Ауылға – клуб, батырҙарға – һәйкәл!

Һуңғы йылдарҙа Подольск ауылында бер нисә социаль объект яңы һулыш алған – мәктәп, балалар баҡсаһы һәм почта ремонтлана. Быйыл иһә ауылда балалар майҙансығы төҙөлә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған һәйкәл төҙөкләндерелгән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә стела ҡуйылған.  

Яңы һәйкәл менән бергә ошо уҡ көндө подольскиҙарҙы тағы бер мөһим ваҡиға көттө – ниһайәт ауылда мәҙәниәт усағы барлыҡҡа килде. Өр-яңы модулле клубта 130 урынлыҡ тамашалар һәм халыҡ йыйылыштары өсөн зал, йәйге урам сәхнәһе, айырым грим бүлмәләре, персонал өсөн бүлмә, спорт менән шөғөлләнеү өсөн бүлмә, китапхана йәки түңәрәктәр өсөн тәғәйенләнгән бүлмә, ике санузел  бар. Төҙөлөштө «Башҡорт баҡыры» предприятиеһы финанслаған. Мәҙәниәт усағына өр-яңы заманса тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалдары, музыка ҡоралдары, оргтехника, мебель һатып алынған, яңы сәхнә кейемдәре тегелгән. Хәҙер халыҡтың ижади потенциалын үҫтереү һәм рухи традицияларҙы һаҡлау өсөн ауылда бөтә шарттар бар. Йылы, уңайлы һәм заманса мәҙәниәт усағы ауыл халҡының яратҡан ял итеү урыны булһын һәм үҙешмәкәр сәнғәтте артабан үҫтерһен!

Ауылға – клуб, батырҙарға – һәйкәл!
Ауылға – клуб, батырҙарға – һәйкәл!
Ауылға – клуб, батырҙарға – һәйкәл!
Ауылға – клуб, батырҙарға – һәйкәл!
Ауылға – клуб, батырҙарға – һәйкәл!
Ауылға – клуб, батырҙарға – һәйкәл!
Ауылға – клуб, батырҙарға – һәйкәл!
Ауылға – клуб, батырҙарға – һәйкәл!
Ауылға – клуб, батырҙарға – һәйкәл!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас