МӘҘӘНИӘТ
11 Ноябрь 2025, 15:18

Аҡъярҙа район мәҙәниәт йорто өсөн яңы бина төҙөләсәкме?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров район мәҙәниәт йорто директоры Илүзә Кәримованың һорауына яуап бирҙе

Аҡъярҙа район мәҙәниәт йорто өсөн яңы бина төҙөләсәкме?Аҡъярҙа район мәҙәниәт йорто өсөн яңы бина төҙөләсәкме?
Аҡъярҙа район мәҙәниәт йорто өсөн яңы бина төҙөләсәкме?

Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш башланды. Йола буйынса һорауҙарҙы республика халҡы, журналистар, блогерҙар һәм йәмәғәтселәр бирәсәк. Аралашыу ике телдә – башҡортса һәм русса бара.

Хәйбуллалар ҙа үҙ һорауҙарын юлланы. Район мәҙәниәт йорто директоры Илүзә Кәримова үҙенең мөрәжәғәтендә яңы мәҙәниәт йорто бинаһын төҙөү мәсьәләһен күтәрҙе. "Һәр бер райондың йөрәге - район мәҙәниәт йорто булып тора. 242 урынлыҡ Район мәҙәниәт йорто бинаһы 1967 йылда төҙөлдө һәм ҡыҙғанысҡа күрә, хәҙер бина заманса талаптарға яуап бирмәй. Бында күптән ҙур коллективтар гастролдәр менән килмәйҙәр, шулай уҡ студиялар, ижади түңәрәктәр, ансамблдәр шөғөлләнеүе өсөн мөмкинлектәр юҡ. Ошоға бәйле Аҡъярҙа район мәҙәниәт йорто өсөн яңы бина төҙөү мәсьәләһен ҡарауығыҙҙы һорайбыҙ. Был Хәйбулла районы халҡы өсөн ҙур бүләк булырына ышанабыҙ," - тине Илүзә Таһир ҡыҙы.

Радий Хәбиров мәсьәләнең күптән көн тәртибендә булыуын билдәләне. "УГМК менән һөйләшеүҙәр алып барыла, компания яңы мәҙәниәт йорто төҙөргә әҙер.  Хәҙер проект өҫтөндә эшләйҙәр, төҙөлөш эштәре киләһе йылда уҡ башланыуы мөмкин," - тине ул.

Аҡъярҙа район мәҙәниәт йорто өсөн яңы бина төҙөләсәкме?
Аҡъярҙа район мәҙәниәт йорто өсөн яңы бина төҙөләсәкме?
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас