

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Хәлисә Мөҙәрисованың әҫәре буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған был музыкаль мелодрамала төп ролде Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров башҡара. Актерҙың биографияһы ла төп геройҙыҡына оҡшаш. Спектакль театр сәхнәһендә 13 йыл ҙур уңыш менән барҙы.
Фидан Ғафаровтың вафатынан һуң Башҡорт драма театрының иң шәп спектаклдәренең береһе репертуарҙа ҡалырмы тигән һорау килеп тыуҙы. Гастроль спектаклендә Фидан Сафа улы ҡатнашлығындағы күренештәр ҙур экранда күрһәтеләсәк, тигән ҡарар ҡабул ителде.