

Өфө ҡалаһында «Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсы еңеүселәрен һәм призёрҙарын бүләкләү тантанаһы үтте. Тәбрикләнеүселәр араһында Аҡъяр ауылы "Йәйғор "балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы Хәйбуллина Йәмилә Фәтих ҡыҙы ла бар. Ул "Минең Мостайым" номинацияһы ижади конкурсында ҡатнашып еңеү яуланы.
Тырыш, рухлы, ижади ҡарашлы, төрлө конкурстарҙа әленән-әле ҡатнашып, еңеүҙәре менән һөйөндөрөп торған Йәмилә Фәтих ҡыҙын ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә уңыштар, яңынан-яңы ижади үрҙәр һәм еңеүҙәр теләйбеҙ.
Сығанаҡ: район хакимиәте