МӘҘӘНИӘТ
19 Сентябрь 2025, 10:52

Шиғриәт – күңел түренән сыҡҡан аһәң

 Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе янында үҙәк район китапханаһы тарафынан ойошторолған  шиғриәт һәм музыка фестивале үтте.

Шиғриәт – күңел түренән сыҡҡан аһәңШиғриәт – күңел түренән сыҡҡан аһәң
Шиғриәт – күңел түренән сыҡҡан аһәң

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе янында үҙәк район китапханаһы тарафынан ойошторолған “Шиғриәт менән тулы күңел” тип аталған  шиғриәт һәм музыка фестивале үтте. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова фестивалдә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, үҙе яҙған шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе. Артабан  шиғриәт һөйөүселәр башҡорт һәм рус телдәрендә тыуған ил, туған тел, илһөйәрлек хаҡында шиғырҙар һөйләне. Сара балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусыларының концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Фестивалдә ҡатнашыусыларға  дипломдар тапшырылды.

Шиғриәт – күңел түренән сыҡҡан аһәң
Шиғриәт – күңел түренән сыҡҡан аһәң
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас