

«Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә район мәҙәниәт йорто ҡорамалдар һатып алыуға 3602162 һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Киң мембраналы микрофон Маҡан ауыл күп функциялы клубына тапшырылды, Иҫәнгилде, Һамар һәм Иләс ауылдары клубтары – гармун, ә Степной менән Әбеш клубтары ноутбук алды, был уларға саралар үткәреүҙә үҙ мөмкинлектәрен киңәйтергә форсат бирәсәк.
Бынан тыш, урындағы бюджеттан бильярд өҫтәлдәрен һатып алыуға сертификаттар Ғәлиәхмәт, Садовый, Иҫәнгилде, Беренсе Мырҙа һәм Яңы Петровка ауылдары клубтарына тапшырылды.
Йомғаҡлап әйткәндә, «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты ауыл клубтарына замандан артта ҡалмаҫҡа, ижади процесты байытырға, сараларҙың сифатын күтәрергә, халыҡты күберәк йәлеп итергә яңы мөмкинлек биреп, яңы офоҡтар аса. Шуныһы ҡыуаныслы: хәйбуллалар бер нисә йыл рәттән махсус программала еңеү яулай һәм район мәҙәни усаҡтарының матди-техник базаһын нығытыуға өлгәшә.
Көнһылыу Ҡоланбаева, Степной ауылы мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы:
–Был проект беҙҙең эшебеҙгә ҙур ярҙам күрһәтә. Уҙған йылда музыкаль аппаратура алып ҡыуанғайныҡ, ә быйыл проект сиктәрендә ноутбук менән бүләкләнеләр. Был заманса техника концерттарҙы, тамашаларҙы ойоштороуҙа бик кәрәк. Әлеге ваҡытта мәҙәниәт йортонда эшләргә уңайлы шарттар булдырылған, тик бейеүселәр өсөн костюмдар етмәй – ошо мәсьәлә лә хәл итеүҙе талап итә.
–«Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара этнофестиваленең тантаналы өлөшөндә беҙҙең клубҡа ноутбук тапшырҙылар. Ә уҙған йылда «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә өр-яңы музыкаль аппаратура, гармун ҡайтырылды – бының өсөн барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Әлеге ваҡытта бер генә хәл ителмәгән проблема ҡала – клубҡа һыу үткәреү. Дөйөм алғанда, етәкселәрҙең ярҙамын тойоп, дәртләнеп эшләйбеҙ. Быйыл ғына бинаның ҡыйығы яңыртылды. «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһендә еңгән аҡсаларҙың бер өлөшө клуб тирәләй тимер евроштакетниктарҙы ҡуйыуға тотонолдо, – ти Әбеш ауылы клубының мәҙәни ойоштороусыһы Айгөл Әминева.


–Бөгөнгө ҙур байрамда клубыбыҙға гармун һәм бильярд өҫтәле тапшырыуҙарына шатбыҙ – бының өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Быға тиклем музыкаль аппаратура, теннис өҫтәле тапшырғайнылар. Шулай итеп йылдан-йыл мәҙәниәт йорто ҡорамалдар менән тулылана бара. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк – Иҫәнгилделә балалар өсөн уйын майҙансығы бөтөнләй юҡ. Кескәйҙәрҙе хәстәрләп, киләсәктә ауылыбыҙҙа улар өсөн уйнар урын булдырырҙар тип өмөт итәбеҙ. Сөнки ауыл халҡы быны оҙаҡ йылдар көтә, – тине Иҫәнгилде ауылы клубының мәҙәни ойоштороусыһы Әлфирә Айытбаева.