МӘҘӘНИӘТ
18 Август 2025, 11:14

Хәйбуллала бер нисә клубта ремонт эштәре алып барыла

Ауыл клубтары халыҡтың йәмәғәт һәм мәҙәни үҙәктәре булып һанала. Ошоға бәйле Башҡортостан Республикаһы Башлығы ауылдарҙа мәҙәниәт тармағына булышлыҡ итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Һуңғы йылдарҙа районда күптән ремонт күрмәгән мәҙәни усаҡтарҙың яңы һулыш алыуы күп нимә тураһында һөйләй. Тимәк, халыҡҡа аралашыу, ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Ә сәнғәт өлкәһендә хәйбуллаларҙың даны, уңыштары район һәм республика ғына түгел, унан ситтә лә күптән инде танылған.

Хәйбуллала бер нисә клубта ремонт эштәре алып барылаХәйбуллала бер нисә клубта ремонт эштәре алып барыла
Хәйбуллала бер нисә клубта ремонт эштәре алып барыла

Яңы Ергәндә клуб яңы төҫ ала

Әлеге ваҡытта Яңы Ергән ауылы клубында капиталь ремонт эштәре ҡайнай. Уны үткәреү «Реновация – мәҙәниәт өлкәһе муниципаль учреждениеларының матди-техник базаһын капиталь ремонтлау һәм нығытыу» йүнәлеше буйынса республика бюджетынан субсидиялар биреү конкурсында еңеү һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

Клуб 1962 йылда колхоз иҫәбенә ағас буранан төҙөлгән. Уның алдында ҡуйылған колонналар уға ҡабатланмаҫ төҫмөр бирә һәм ҙур бинаға тағы ла мөһабәтлек өҫтәй. Баҡтиһәң, ошо үҙенсәлекле архитектур матурлыҡ артында бихисап проблемалар йәшеренгән икән. Ваҡыт үтеү менән иҙән таҡталары араһынан ел уйнай башлай, тәҙрә рамдары серей, йылылыҡ селтәре иҫкерә, стеналар, түшәм һәм башҡалар тышҡы йөҙөн юғалтып, яңыртыуға мохтаж була. Был аңлашыла ла –  ярты быуаттан ашыу ваҡыт арауығында бинаға башлыса косметик ремонт яһала. Һуңғы йылдарҙа бинаға яңы ишектәр ҡуйыла, пандус ҡорола, электр селтәре яңыртыла. Һәм ниһайәт, быйыл июлдә оҙаҡ көтөлгән капиталь ремонт эштәре башлана. Эштәрҙе «Строй-Монтаж» ойошмаһы (Аҡъяр ауылы) башҡара. Төҙөлөш материалдары индерелгән, беҙ барғанда төҙөүселәр фасадты сайдинг менән көпләү һәм иҙәнгә өр-яңы таҡталар түшәү менән мәшғүл ине. Ә быға тиклем улар иҫке тәҙрәләрҙе заманса пластик тәҙрәләргә алыштырған.   Ғөмүмән, төҙөлөш эштәре исемлеге бик киң, уларҙы йыл аҙағына ҡарай тамамларға ниәтләйҙәр.

 

Зөлфиә Туҡбаева, Яңы Ергән клубының мәҙәни ойоштороусыһы:

–Капиталь ремонтты күптән көтә инек. Быға тиклем ҡыйыҡты яңыртып, фундаментты ҡалай менән көпләгәйнеләр. Аҡлау, балсыҡ менән һылау, буяу эштәрен үҙебеҙ башҡара инек – бина бейек булғас был ауырға тура килде. Хәҙер стеналар тыштан да, эстән дә заманса материалдар менән көпләнә. Түшәмгә армстронг ҡуйыла, йылылыҡ системаһы яңыртыла. Быға тиклем яңы тәҙрәләр монтажланды, иҙәнгә яңы таҡталар һалынды. Бина яңы төҫ алып, йәмле һәм яҡты булыр, тип өмөт итәбеҙ. Клубта 20 йылға яҡын эшләйем һәм капиталь ремонт уҙғарыуҙарына бик шатмын, ауыл халҡы ла бик ҡәнәғәт.

 Яңы Украинка клубының ҡыйығы яңыртыла

Сәфәребеҙҙең киләһе пункты – Яңы Украинка ауылының мәҙәни усағы. Бина 1975 йылда кирбестән һалынған. Ваҡыт үтеү менән шиферҙарҙа ярыҡтар барлыҡҡа килгән, ә был үҙ сиратында  түбә таҡталары һәм өрлөктәрҙең серей башлауына сәбәпсе булған. Ошоға бәйле ҡыйыҡты тулыһынса яңыртыу талап ителгән һәм бының өсөн бюджеттан аҡса бүленгән.

Подрядсы ойошма – Сибай ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Илнар Утарбаев. Түшәм менән бергә иҫке ҡыйыҡ тулыһынса һүтелгәс, төҙөүселәр бригадаһы эшкә тотонғандар – башта тимер өрлөктөр һалынған һәм уларҙы көпләп бер нисә рәт кирбес һалынған. Артабан асамай йәғни стропилалар ҡуйылған. Бөтә эштәр алдан билдәләнгән ваҡытҡа – сентябргә тиклем тамамланасаҡ тип вәғәҙәләй эшселәр.

 

Илнар Утарбаев, шәхси эшҡыуар:

–Яңы Украинка клубында ремонт эштәре муниципаль контракт нигеҙендә башҡарыла. Ямғырҙар яуыуына бәйле эште туҡтатып торорға тура килә, шуға ҡарамаҫтан сентябргә тиклем ҡыйыҡты тулыһынса ҡорорға планлаштырабыҙ. Әлеге ваҡытта тимер өрлөктәр һалынды, стропилалар системаһы ҡоролдо. Бригадала 6 кеше эшләй. Төҙөлөш материалдары менән тәьмин ителгәнбеҙ, уларҙы килтереү буйынса өҙөклөктәр юҡ. Бөтә әҙерлек эштәре тамамлағандан һуң, йылытҡыс япмалар һәм профлист менән ҡаплауға тотонасаҡбыҙ.

Воздвиженкалар ремонттан ҡәнәғәт

2001 йылда Воздвиженка ауылында клуб ҡалҡып сыға. Ә быға тиклем мәҙәни учреждениеһы мәктәп бинаһында урынлашҡан булған. Мәҙәни ойоштороусы Вера Горшенина бында алып барған ремонт эштәре менән таныштырҙы. Йылдар уҙғас, шиферҙар сатнап, тора-бара түбәнән һыу аға башлаған. Шул сәбәпле уҙған йылда клубтың алғы өлөшөндә ҡыйыҡ яңыртыла, ә быйыл  подрядсы ойошма – шәхси эшҡыуар Рәмил Ғәлләмов етәкләгән төҙөүселәр бригадаһы тамашасылар залы өҫтөндәге ҡыйыҡты ремонтлауға тотонған. Иҫке шиферҙар алынып, ҡыйыҡты профлист менән ҡаплағандар.

Төҙөлгәндән алып клуб мәктәптең йылытыу системаһына тоташҡан. Үткәргестәр серей башлағас, уҙған ҡыш бинаны йылытыу хәүеф аҫтында була. Һәм ошоға бәйле быйыл бында тағы ла ҙур эш - клуб эсендә айырым ҡаҙанлыҡ булдырыу көтөлә.

Эйе, ауылдарҙа халыҡ мәҙәниәт обьекттарындағы ремонт барыуына бик ҡәнәғәт, яңы проект-идеяларҙы тормошҡа ашырыу, ҡыҙыҡлы тамашалар, төрлө бәйгеләргә әҙерләнеү ниәте менән төҙөкләндереү эштәренең тамамланыуын көтәләр. Яңыса һулыш алған клуб сәхнәләре гөрләп торор әле.

 

Вера Горшенина, Воздвиженка клубының мәҙәни ойоштороусыһы:

–Клуб 2001 йылда төҙөлгәндән алып бында эшләйем. Рамдары серей башлағас, уҙған йылдарҙа тәҙрәләрҙән ел уйнап, бинала һыуыҡ булды. Үтенесебеҙҙе инҡар итмәй, 2023 йылда  яңы пластик тәҙрәләр, тимер ишектәр ҡуйҙылар. Быйыл иһә тамашасылар залы өҫтөндәге ҡыйыҡты яңырттылар – яңы аҫтаҡталар һалынып, улар өҫтөнә цинкланған профлист борҙолар. Бар эштәрҙе ваҡытында һәм сифатлы башҡарҙылар, бының өсөн бик рәхмәтлебеҙ.   Бынан башҡа, ҡаҙанлыҡ урынлаштырыласаҡ бүлмәгә хәүефлек талаптарына ярашлы төҙөкләндереү эштәре башҡарыу талап ителә. Тағы ла ингән урындағы тупһалар ергә һеңә башлаған – уларҙы ла тәртипкә килтерергә кәрәк.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас