МӘҘӘНИӘТ
16 Август 2025, 09:48

Хәйбуллала Ҡорот байрамы шаулап-гөрләп уҙҙы

Байрам ҡунаҡтары өсөн бай программа әҙерләнгән ине – мауыҡтырғыс йыр-моңло тамашалар, ҡорот эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр һәм йәрминкәләр. Этнофестивалдә фольклор йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе лә күрергә мөмкин ине. Фәҡәт халыҡҡа файҙалы булғаны өсөн дә хәйбуллалар был башланғысты кү

Хәйбуллала Ҡорот байрамы шаулап-гөрләп уҙҙыХәйбуллала Ҡорот байрамы шаулап-гөрләп уҙҙы
Хәйбуллала Ҡорот байрамы шаулап-гөрләп уҙҙы

Хәтерегеҙҙеләр, бынан бер нисә йыл элек Хәйбулла районы уңғандары иң ҙур ҡорот йомғағын әүәләп, ил рекордын ҡуйҙы. 442,6 кг ауырлыҡтағы ҡоротто Рәсәйҙең Рекордтар китабы эксперттары теркәгәйне. Шуға ла бөгөн хаҡлы рәүештә хәйбуллалар үҙ ҡорото менән дан тота тиергә була. Бының тураһында байрамды асыуға арналған сығышында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов та белдерҙе.

–Хәйбулла ерендә Ҡорот фестивале өсөнсө тапҡыр киң билдәләнә. Ә тарихҡа күҙ һалһаҡ, ошо милли ризыҡҡа арналған байрам Һаҡмар-Наҙарғол ауылында 2015 йылдан уҙғарылған. Шуға күрә был райондың бренд сараһы унынсы тапҡыр үтә тип әйтә алабыҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәр бер райондың бренды булырға тейеш тип билдәләгәйне. Әлбиттә, Хәйбулланың бренды тип күп нәмәне әйтергә була, әммә улар араһында ҡорот айырым урынды биләй. Борондан ҡорот башҡорт халҡының милли ризығы булып, әлеге көнгә тиклем әһәмиәтен юғалмаған. Үҙенсәлекле тәме, шифаһы, файҙаһы менән дан тотҡан ҡорот халыҡ ижадында ла телгә алына, уның хаҡында китаптар баҫтырылған, шиғырҙар, йырҙар, хикәйәләр ижад ителгән. Илебеҙгә дошман ябырылғанда ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә үҙҙәре менән оҙаҡ һаҡланған шифалы ҡорот һалып ебәргәндәр. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияһы барған биләмәлә ил һағында торған яҡташтарыбыҙ өсөн дә ҡорот тыуған яҡтарынан иң көтөп алынған ризыҡтарының береһе булып ҡала, – тине ул.

«Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара этнофестивале Башҡортостандың бренд саралары исемлегенә индерелгән һәм милли аш-һыуҙы, традицияларҙы һәм кәсептәрҙе тергеҙеүгә, шулай уҡ республикабыҙҙа һәм бөтә Рәсәйҙә гастрономия туризмын үҫтереү маҡсатында ойошторола. Әйтергә кәрәк, республикала ошондай ҙур мәҙәни саралар ойоштороу менән бер рәттән Башҡортостан Башлығы башҡорттарҙың һәм төбәктә көн иткән башҡа халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлә.

Байрамға Урал аръяғы райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән ҡатнашыусылар йыйылды. Этнофестиваль аралашыу, тәжрибә һәм пландар менән уртаҡлашыу, тармаҡтың көнүҙәк проблемаларын тикшереү һәм эшлекле бәйләнештәр булдырыу урыны булып торҙо. Байрам ҡунаҡтары өсөн иһә заманса етештереү технологиялары менән танышыу, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу, шулай уҡ фестивалдең иң тәмле ризығын һайлау мөмкинлеге лә булды. Сараның иң тулҡыландырғыс этабында — махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар өсөн милли продукт әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Борон-борондан, яу сапҡанда ата-бабаларыбыҙ үҙҙәре менән ҡорот алыр булғандар бит. Вариҫтарына был алымды дауам итергә мөмкинлек бирелде.

Әлбиттә, байрамдың төп геройы — милли ризығыбыҙ ҡорот.   Этнофестивалдә уның тураһында күп бәйән ителә, тәмле генә түгел, сәләмәтлек өсөн ифрат файҙалы икәнлегенә баҫым яһалды. Эйе, һыуыҡ тейгәндә ҡоротто ҡайнар һыуға иҙеп, һары май һалып, тоҙлап-борослап эсеп ҡарағыҙ әле — тымауҙың әҫәре лә ҡалмаясаҡ. Эс-ҡарын «эшләмәй» киткәндә лә үтә эффектлы. Шуныһы ла ҡыҙыҡ бит әле, ҡорот башлыса ит аштарына тәғәйен, әммә бал, шәкәр йә еләк-емешкә йә ҡайнатмаларға бутап ҡарағыҙ әле — тел йоторлоҡ шәрбәт десертҡа әйләнә.  Ә киптерелһә — мәңге һаҡларлыҡ, ыҫлатылһа — тағы ла яңысараҡ тәм ала. Ҡыҫҡаһы, ныҡ универсаль, ҡалай ҙа килешкән ризыҡ. Быны байрамда ҡатнашыусылар йәнә иҫбатланы. Күргәҙмә-йәрминкәлә теләге булғандар сейә, муйыл, банан, алма, сәтләүек, курага, көртмәле, борос, әнис, паприка, ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағат, һарымһаҡ һәм башҡалар ҡушылған, ыҫланған, кипкән  милли ризығыбыҙы тәмләп ҡарап, һатып та ла алды. Фантазияға бай оҫтабикәләр ҡороттан  сәнғәт әҫәренә әйләнгән һоҡланғыс композициялар, ҡатламлы торттар, өй, тирмә, торна һәм һыйыр һындарын, хатта гөлләмәләрҙе әүәләп алып килгәндәр ине. Мәҫәлән, йәнтештәр Тәкәл тауын, степнойҙар Ҡараһыу шишмәһен, яңы ергәндәр «Торатау» геопаркын сағылдырған композиция яһағандар — барыһын да һанап бөтөрлөк түгел.

Яугирҙарҙың әсәләре лә этнофестивалдең абруйлы ҡунаҡтары һәм әүҙем ҡатнашыусылары булды. Улар ҡоротҡа арналған күргәҙмә алып килеүҙән тыш, башҡа ижади коллективтар менән бер рәттән сәхнә түрҙәрен биҙәп, байрам ҡунаҡтарына йыр бүләк итте. Аҡ ризыҡтан тыш, күргәҙмәләрҙә район оҫталарының береһенән-береһе сағыу һәм зауыҡлы ҡул эштәре — кейеҙҙән яһалған кейем-һалым, милли костюмдар һәм биҙәүестәр урын алды. Ирекмәндәр  яугирҙарға ярҙам итеү эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, ә үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре милли ризығыбыҙға арналған баҫмалар менән таныштырҙы. Ошонда уҡ район музейы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән экспозицияла башҡорт халҡының көнкүрешендә ҡулланылған әйберҙәр, тимер ҡаҙан, ағас күнәктәр һәм һауыт-һабалар, ҡул сепараторы, шулай уҡ Хәйбулла ҡорото илдә иң ҙуры булыуын теркәгән Рәсәйҙең Рекордтар китабының сертификатын күрергә мөмкин булды.

Этнофестиваль-конкурстың баһалама ағзалары составына Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, этнограф һәм рәссам Азат Ҡужин, Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина, район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы Миңзифа Ишемғолова, Аҡъяр ауылы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Мәнәүерә Бохарбаева, Яңы Ергән ауылы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Миңлегәүһәр Рәхмәтова инде. Жюри ағзаларына иң-иңдәрен билдәләү бик ауырға тура килде. Һөҙөмтәлә этнофестивалдең Гран-Приһына Әбеш ауыл биләмәһе лайыҡ булды! 1-се урынға Инйәр  (Белорет районы) һәм Сидоровка (Йылайыр районы) ауылдары лайыҡ булды. 2-се урынды Маҡан ауыл биләмәһе, Сәйғәфәр ауылы (Баймаҡ районы), Учалы һәм Әбйәлил райондары вәкилдәре алды. Ә 3-сө урынға Һамар, Сиҙәм, Аҡъяр һәм Өфө ауыл биләмәләре, «Ләйсән» (Орск ҡалаһы) һәм «Миләш» (Сибай ҡалаһы) ансамблдәре эйә булды.

Бынан тыш, «Яугир әсәләр» ансамбленә, Аҡъюл, Атингән, Яңы Ергән, Ивановка, Татыр-Үҙәк, Бүребай, Таналыҡ һәм Федоровка ауыл советтарына махсус бүләктәр тапшырылды.

«Хәйбулла ҡорото» этнофестивале мәҙәни байрам ғына түгел, ә үҙ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалырға теләгән халыҡтың берҙәмлеге символына әүерелде. Ҡатнашыусылар сара тураһында бик күп ыңғай фекерҙәр ҡалдырҙы, төбәктәр араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау өсөн бындай байрамдың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм даими уҙғарылып тороуын теләп хушлашты.


фотолар :https://vk.com/album450437627_307073247 

Гөлгөнә Баймырҙина, фольклорсы-этнограф, Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: –Республиканың 63 район һәм ҡалаларында үҙенә генә хас булған бренд саралары бар. Шул иҫәптән хәйбуллаларҙың байрамы – ул халҡыбыҙҙың милли ризығын данлаған «Хәйбулла ҡорото» этнофестивале. Быйыл унынсы тапҡыр уҙғарылған мәртәбәле сараның төбәк-ара кимәленә күтәрелеүе бик ҡыуаныслы. Бөгөн борондан килгән тәғәмебеҙҙең ниндәй генә төрҙәрен күрмәнек – төрлө йәшелсә-емеш менән бутап, сағыу төҫлөләрен, алма менән бергә ҡаҡланғандарын... Иң мөһиме, фестивалдә йыйылған кипкән шифалы ҡорот махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан батырҙарыбыҙға оҙатыласаҡ. Урал аръяғы райондарынан, Ырымбур өлкәһенән ҡатнашыусыларҙы йыйған байрамды ойоштороусыларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Был халыҡ өсөн кәрәкле, сағыу һәм үҙенсәлекле фестиваль артабан да юғары кимәлдәргә күтәрелеүен теләп ҡалам.
Ләйсән Ишемғолова, Аҡъюл ауылы: –Бөгөнгө байрамда башҡорт халҡының милли ризығын ғына данламайбыҙ, ә бөтә райондың бай мәҙәниәтен күрһәтәбеҙ. Уңған хужабикәләр йылдан-йыл яңынан яңы алымдар уйлап табып, ҡоротто төрлөләндереп әҙерләйҙәр. Үҙебеҙ ҙә был аҡ ризыҡтан айырылмайбыҙ. Фестивалгә ҡарата ҡороттан сәскә формаларын әүәләп гөлләмә композицияһын, шулай уҡ оҙаҡ һаҡланған кипкән ҡоротто кәнфиттәр рәүешендә эшләнем. Байрамдан иҫтәлек ҡалһын өсөн бәләкәй бүләктәр ҙә яһаным. Барыһы ла тәбиғи, бер ниндәй химик өҫтәлмәләр, буяуҙар бында юҡ – төрлө емеш-йәшелсәләр ярҙамында сағыу төҫтәргә буялды. Ифрат шифалы ҡороттоң файҙалы яҡтары һанап бөткөһөҙ күп инде ул.
Зилә Мусина, Орск ҡалаһы: –Юлдарҙың торошо насар булыуына ҡарамаҫтан, беҙ Орск ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы «Ләйсән» ансамбле (етәксебеҙ – Гөлсәсәк Ҡәйепова) вәкилдәре ҡунаҡсыл Хәйбулла ерендә уҙған байрамға ҙур теләк менән килдек. Ансамбль менән сәхнәлә таҡмаҡ-бейеүҙәр менән сығыш яһаныҡ.   Күргәҙмәгә үҙем ҡороттан роза рәүешендә гөлләмә яһаным, еләк ҡушылғанына – ҙур еләк формаһын әүәләнем. Бөгөнгө колоритлы байрам бик матур үтә, хәйбуллалар беҙҙе саҡырғандарына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Милләттәштәр менән үҙ-ара аралашып, ҡатышып йәшәү, тәжрибә уртаҡлашыу, халҡыбыҙҙың традицияларын күтәреү һәм күрһәтеү үҙе бер мәртәбә.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас