МӘҘӘНИӘТ
3 Август 2025, 04:30

«Урал батыр» эпосы буйынса йәнһүрәт төшөрөлгән

Уның премьераһы сентябрҙә була

«Урал батыр» эпосы буйынса йәнһүрәт төшөрөлгән«Урал батыр» эпосы буйынса йәнһүрәт төшөрөлгән
«Урал батыр» эпосы буйынса йәнһүрәт төшөрөлгән

Йәнһүрәтте «Ишембайфильм» мультстудияһы командаһы төшөргән. Әле коллектив 3-сө серия өҫтөндә эшләй, тип хәбәр итте Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

«Амбициялы проект өҫтөндә ижади команда – режиссер Фәнис Кәримов, рәссамдар Вера Шаригина, Ирина Окружнова, Радик Ишмөхәмәтов, Вера Фролова, дизайнер Вячеслав Федоров эшләй. «Уралом» йыры «Ну-ка все вместе!» вокаль шоуында ҡатнашыусы Ринат Сәлихйәнов башҡарыуында яңғырай», — тип билдәләне Азат Ишемғолов.

Йәнһүрәт авторҙары әйтеүенсә, экранда тамашасылар Ишембай районы халҡын күрергә мөмкин. Күп кенә персонаждар – мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы артистарҙың образдары. 

 
Фото:Азат Ишемғолов, Vk
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас