

Сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына арналған.
Конкурста ҡартатайҙан, атайҙан һәм биш йәштән өлкән улдарҙан торған ғаилә ансамблдәре сығыш яһай. Улар Бөйөк Ватан һуғышы һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙағы композицияларҙы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлыҡтарына арналған заманса йырҙарҙы, шулай уҡ илһөйәрлек, атайсалыбыҙға һөйөү, Ватан алдындағы бурыс тойғоһо, башҡорт халҡының батырҙары тураһындағы автор йырҙарын башҡарған.
Конкурсҡа бөтә республиканан атайҙар һәм улдарҙың вокаль ансамблдәренән йөҙгә яҡын ғариза бирелгән. Компетентлы жюри ентекле һайлап алыу үткәреп, 16 ансамблде - шул иҫәптән өс быуынлы Ултраҡовтарҙы ла финалға сығара, улар юғары башҡарыу кимәлен һәм конкурстың маҡсаттарына тап килеүен күрһәтә.
тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 21-се һанында уҡығыҙ